Даирә
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 20:21

Яуыз ниәттән дә түгел...

... Һәм мин ағайым менән Валерияның осрашҡандарын, бергә булған саҡтарын аңдып, фотоға төшөрөргә ниәтләнем. Алдыңа маҡсат ҡуйыу ғына шарт, ҡалғаны үҙенән-үҙе килеп сыға. Ҡосаҡлашып һаубуллашҡандарын алыҫтан ғына булһа ла төшөрҙөм бит! Телефондың сертләгән тауышынан икеһе лә тертләне, бер-береһен ҡосаҡтарынан ысҡындыра һалды. Ағайым: “Кем унда?” – тип ҡысҡырҙы. Мин шым ғына ҡараңғылыҡҡа инеп сумдым. Ни үле, ни тере килеш, һарай артынан картуф баҡсаһы аша үҙебеҙҙең яҡҡа һыпырттым. Ағайым эҙләһә, мине “һә” тигәнсе табыр ҙа ине, әммә эҙләмәне. Юҡҡа эҙләмәне ул мине. Тапһа, кәрәкте бирһә, телефонымды тартып алһа, яҡшыраҡ булыр ине. Ә мин шул уҡ төндә социаль селтәрҙә икенсе фейк аккаунтын асып, Рәсүл ағайға фотоны һалдым. Яҙыу менән: “Бына ҡара: һин эштә саҡта ҡатының дуҫың менән сыуала!” Ағайымды ла ут аҫтына ҡуйғанымды аңламаным...

Социаль селтәрҙә үҙе һүҙ ҡушҡан Кәшифә* исемле ҡатындың ҡасан дуҫтарға өҫтәлгәнен дә белмәйем. – Һеҙҙең күгәрсендәр тураһындағы яҙмағыҙҙы уҡыным да, уйға ҡалдым, – тип яҙҙы ул.

– Бәй, ниндәй күгәрсендәр? – аптырап, яҙғандарымды эстән генә барланым.

– Һуң, анау сәйер ҡатын ашата ла...

– Ә-ә, – “йылмайсыҡ”тар ебәрҙем. – “Ҡоштарҙы ғына ашатып йөрөһөн үҙ яйына” тигәнде әйтәһегеҙме?

– Эйе, эйе, шуны. Үҙемдең ҡылыҡтарҙы иҫләтте лә, хәҙер уйланып тик йөрөйөм.

– Һеҙ ҙә шулайтып берәйһенең тормошон боҙҙоғоҙмо?

– Эйе, тиһәң дә була, – ҡатын, яҙырғамы-юҡмы тигәндәй, бер аҙ яҙмайыраҡ торҙо, шунан кинәт асылып китте. – Үҙем дә аңламай ҡалдым, тоттом да өс кешенең яҙмышын селпәрәмә килтерҙем. Үҙемә ҡалһа, яҡшылыҡ эшләйем һымаҡ ине, ә ысынында иһә эгоизмыма баш була алмағанмын.

Беҙ ҙур ғына ауылда йәшәнек, йортобоҙ тыҡрыҡта ине. Унда өс кенә йорт. Береһендә әбей менән бабай йәшәй, шунан беҙҙең өй, күршелә Рәсүлдәрҙең йорто. Рәсүл – Таһир ағайымдың дуҫы. Улар минән дүрт йәшкә өлкән. Беҙ ғаиләлә Таһир ағайым менән икәү генә. Бәләкәйҙән уға тағылдым да йөрөнөм. Атай-әсәй инде, һеңлеңде ҡара, тип мине ағайға “таға”. Ә уның мине ҡарарға әллә ни теләге юҡ. Алдап, әүрәтеп өйҙә ҡалдырып, тайыу яғын самалай. Ләкин илап, еңмешләнеп барыбер үҙемдекен итәм – артынан ҡалмайым.

Рәсүл ағай әсәһе менән генә йәшәне. Ике өлкән апаһы ситтә кейәүҙә ине. Рәсүл менән ағайым гелән бергә: йә футбол тибәләр, йә һыу инәләр, йә балыҡ ҡармаҡлайҙар, йә турникта әйләнәләр. Эште лә бергәләп атҡаралар. Картуф күмәләр, бесән сабалар, утын яралар. Ныҡ татыуҙар. Уларҙың ныҡлы дуҫлығына хайран ҡалырлыҡ ине. Рәсүл ағай йышыраҡ беҙҙең ихатала булды. Сөнки, беренсенән, беҙҙең ҡапҡа эсендә ике турник тора: береһе тәпәшерәк, икенсеһе бейегерәк. Икенсенән, атайҙың гаражы һәм верстагы бар. Ә гаражда – матай. Рәсүл менән Таһир ағайҙар шул матайҙы эй, йүнәтәләр, эй, йүнәтәләр, шунан ҡыуанышып, урамдан бер-ике йөрөп килеүгә уныһы тағы боҙола ла ҡуя. Ҡабат һүтеп ташлайҙар ҙа, йәнә ремонтлай башлайҙар... Мин, әлбиттә, улар янында. Мине, ғөмүмән, бәләкәй саҡтан ҡыҙҙар уйыны, ҡурсаҡтар ҡыҙыҡтырманы, ағайҙарҙың шөғөлө ылыҡтырғысыраҡ, мауыҡтырғысыраҡ ине. Турникта әйләнгәндәрендә араларында ҡыҫылып йөрөһәм, матайҙы эшкә индерергә маташҡандарында асҡыс биреп торһам да, күңелем була. Бының сере билдәле – Рәсүл ағайҙы яратам. Үҙемде белә-белгәндән уға үлеп ғашиҡ инем. Атай-әсәйем йыш ҡына бала саҡ әкәмәттәремде хәтерләгәндә, быймаларымды ике ҡулыма кейҙереп, уларға “йәшәргә” барғанымды иҫләй ҙә көлә торғайны: өс-дүрт йәш самаһы булғандыр, урамдан йүгереп килеп ингәнмен дә, өй буйлап сабып йөрөп нимәлер эҙләйем икән. Ҡамыр баҫҡан әсәй, нимә юғалттың, тип һораған. Быймаларымды, тигәнмен. Ә нимәгә һиңә йәйгеһен быйма, тип аптыраған әсәй. Рәсүл ағайҙарға барам, тим икән. Быймаларымды тапҡас, уларҙы ҡулға кейеп, күршеләргә киткәнмен. Әсәй ҡамырлы ҡулын арлы-бирле иткәнсе, күршеләргә ингәнмен. Быймаларымды, сандалийҙарҙы сисеп, ишек төбөнә матур ғына итеп теҙеп ултыртып, сәй эсергә йыйынған хужалар янына ултырғысҡа үрмәләгәнмен. Рәсүл ағайҙың әсәһе, ғәжәпләнеп: “Кәшифә, һин сәй эсергә килдеңме?” – тип һорағас, мин эре генә, эйе, тип яуаплағанмын. Артымса килгән әсәйемде күрше апай сәйгә ҡыҫтап ултыртҡан. Сәй эскәс, әсәйем, әйҙә, Кәшифә, ҡайттыҡ, тип мине алып ҡайтырға етәкләгән икән, ҡулымды тартып алып, Рәсүл ағайҙы барып етәкләгәнмен: “Мин Рәсүл ағай менән ҡалам”. Күрше апай, әллә килен итеп алайыммы, Рәсүл улыма кәләш булып ҡалаһыңмы, тигәс, эйе, тип ҡыуанғанмын.

Әсәйемдең һөйләүе буйынса, улар тәүҙә көлгән, аҙаҡ әсәйем күтәреп алып ҡайтырға маташҡан, тик мин, ҡайтмайым, кәләш булып ҡалам, тип илап, ҡарышҡанмын. Рәсүл ағайҙың карауатына ятып, йоҡлап киткәс кенә, атайым килеп, күтәреп алып ҡайтҡан.

Рәсүл ағай ҙа мине яҡын күрҙе. Кнопка, тип йомшаҡ ҡына ирештерер ине. Ағайым ҡаты, минең менән артыҡ мәмәйләнеп, наҙлап тормай, этеп, һуғып та ебәреүе мөмкин. Ә Рәсүл ағай мине йәлләй, ярай, барһын, йөрөһөн, ҡалһын, тип яҡлаша. Уның яҡлашыуын мин яратыу итеп ҡабул итәм, хатта үҙемде королева итеп тоям.

Бер заман был икәү ҡаланан өләсәй­ҙәренә каникулға килгән апалы-һеңлеле ҡыҙҙарға юл таҡырайтты. Миңә ун йәш, уларға – ун дүрт, танауҙарына еҫ керә башлаған мәлдәре. Ҡала финтифлюшкаларына 14 – 16 йәш. Минең ағайҙар велосипедтарына атлана ла, әйләнгән һайын улар янына бара. Өлгөрһәм, берәйһенең алдына йә артына ултырам (Рәсүл ағайҙың велосипедының рамына эләгеү бәхет инде!). Өлгөрмәһәм, арттарынан елдереп барып, шунда бурһайып, аяғым менән ер ҡаҙып, бармағым менән текмә соҡоп, ҡаш аҫтынан утлы ҡарашым менән ҡала ҡыҙҙарын яндырып, йәнем көйөп, ҡайтмай торам. Телләшәм дә әле ул. Ағайым мине ҡыуа, бар ҡайт, торма бында, ти. Рәсүл ағай, ярай, нимә, ҡыҙыҡ та инде, тип ауыҙ йыра. Ҡала ҡыҙҙары миңә өҫтән аҫҡа ҡарай, улар өсөн мин бар ни, юҡ ни. Ағайҙарым алдында эй, ҡыланалар, эй, борғоланалар, эй, хихыл­даған булалар. Ә мин ағайҙарым менән бүлешкем килмәй. Бигерәк тә Рәсүл ағайҙы ҡыҙғанып, эсемдә ҡорттар бытырлашып ҡайнай. Ҡыҙҙарға иҫтәре киткән ағайҙарыма йәнем көйөп, уларҙы үсекләйем, атай-әсәйгә ошаҡлайым...

Рәсүл ағайға кейәүгә сығыу хаҡында иртәле-кисле хыялланып, буй еткерҙем. Тик өлкәнәйә килә, унан ниңәлер ояла башланым. Минең яратыуымды белеп ҡалмаһын, тип шөрләнем... Ағайҙар бер ваҡытта тиерлек армияға китте, әммә икеһе ике тарафҡа эләкте. Буйсан Таһир ағай сик һаҡланы, ә буйға ҡайтышыраҡ Рәсүл ағай танкист булды. Рәсүл ағайға күп тапҡыр хат яҙырға ынтылһам да, тыйылдым. Ҡайтыуын көттөм. Йәнәһе лә, армиянан ҡайтҡас, минең ниндәй матур ҡыҙ булып үҫеп етеүемде күрер ҙә, ғашиҡ булыр. Кнопка итеп түгел, ә Кәшифә итеп яратыр.

Ә ул тотто ла йөрәгемде ярҙы: армиянан рус ҡыҙын эйәртеп алып ҡайтты. Нәҙек оҙон ботло Валерия Рәсүл ағайҙан ярты башҡа оҙонораҡ ине. Нимә тапҡандыр инде унда, ҡыҙығырлыҡ бер нәмәһе юҡ. Иланым ғына... Кәмһенеп тә, хыялдарымдың тормошҡа ашмауына үкенеп тә, Рәсүл ағайҙы көнләшеп тә мендәрҙе сылаттым. Ул миңә хыянат иткән кеүек ине. Һөйгәнемде урлаған Валерия минең иң оло дошманыма әйләнде.

Туйҙарына барманым... Үкереп илап яттым.

Ғаиләле кеше булараҡ, Рәсүл ағай эшкә инде. Вахта менән йөрөп эшләй торған ергә. Ә Таһир ағайым юғары уҡыу йортона уҡырға инергә әҙерләнде. Бер ваҡыт Рәсүл ағай ситтә саҡта, күрше апай сирләп, дауаханаға эләкте. Валерия, яңғыҙым өйҙә ҡунырға ҡурҡам, тип беҙгә килде, мине иптәшкә саҡырҙы. Дошманыма ярҙамға бара торғаным бармы? Әлбиттә, баш тарттым. Атай-әсәйем Валерияға беҙҙә ҡунып йөрөргә тәҡдим итте. Ләкин ул, уңайһыҙланып, рәхмәт әйтеп, үҙҙәренә юлланды. Таһир ағайым уны оҙата сыҡты. Тәүҙә күршеләрҙең ҡапҡаһы янында оҙаҡ һөйләшеп торҙолар, шунан һуң йорттарына инделәр (мин тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп, уларҙы аңдыным). Ағайым уларҙа оҙаҡламаны, тиҙҙән ҡайтты. Ирен ситтәрендә йылмайыу балҡыны...

Икенсе көндө ағайым тағы Валерия менән уларҙың ҡапҡа алдындағы эскәмйәлә һөйләшеп ултырҙы. Өсөнсө көндө лә, дүртенсе көндө лә... Һәм мин ағайымдың күҙ алдында үҙгәргәнен тойҙом – ул Валерияға ғашиҡ була барҙы! Тәүҙә Рәсүл ағай, хәҙер Таһир ағай, был ни тигән һүҙ ул, тип тешләндем. Бер яҡтан, был миңә яңы офоҡтар асҡандай: әгәр ҙә Таһир ағайым Валерияны баҫып алһа, Рәсүл ағай миңә тора ла ҡала, тип уйлайым. Икенсе яҡтан, Валерияны еңгәм итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым – шул тиклем уны күрә алмайым. Нимәлер эшләргә кәрәк ине. Һәм мин ағайым менән Валерияның осрашҡандарын, бергә булған саҡтарын аңдып, фотоға төшөрөргә ниәтләнем. Алдыңа маҡсат ҡуйыу ғына шарт, ҡалғаны үҙенән-үҙе килеп сыға. Ҡосаҡлашып һаубуллашҡандарын алыҫтан ғына булһа ла төшөрҙөм бит! Телефондың сертләгән тауышынан икеһе лә тертләне, бер-береһен ҡосаҡтарынан ысҡындыра һалды. Ағайым: “Кем унда?” – тип ҡысҡырҙы. Мин шым ғына ҡараңғылыҡҡа инеп сумдым. Ни үле, ни тере килеш, һарай артынан картуф баҡсаһы аша үҙебеҙҙең яҡҡа һыпырттым. Ағайым эҙләһә, мине “һә” тигәнсе табыр ҙа ине, әммә эҙләмәне. Юҡҡа эҙләмәне ул мине. Тапһа, кәрәкте бирһә, телефонымды тартып алһа, яҡшыраҡ булыр ине. Ә мин шул уҡ төндә социаль селтәрҙә икенсе фейк аккаунтын асып, Рәсүл ағайға фотоны һалдым. Яҙыу менән: “Бына ҡара: һин эштә саҡта ҡатының дуҫың менән сыуала!” Ағайымды ла ут аҫтына ҡуйғанымды аңламаным...

Минән хәбәр килеү менән Рәсүл ағай вахтанан ҡайтып төштө. Бер тәүлек юл уның асыуын һыуытыр урынға, киреһенсә, ҡыҙҙырған ғына булған, ахыры. Валерияны сәсенән һөйрәтеп, өйөнән сығарып ырғытҡанын үҙем күрҙем. Тантана итмәнем. Юҡ. Ғәҙәттә, йөҙөнән йылмайыу өҙөлмәгән, тыныс тәбиғәтле Рәсүл ағайҙы танымай, ҡотом алынды. Валерия, ни булды, аңлат, ни булды, тип уның аяҡтарын ҡосто, күҙ йәшен ҡойоп, аңлатыу һораны. Ә Рәсүл ағайҙы ен алыштырғайны. Беҙгә килеп, уға ҡаршы сыҡҡан ағайымды осора һуҡты. Ни атай-әсәй өйҙә юҡ. Тас та тос һуғышҡан ике ағай араһына барып ҡыҫыла алмай, һарай башында ҡатҡайным. Бер ҡасҡалаҡ тауыҡ шунда йомортҡа һалғанға менгәйнем...

Валерия йүгереп килеп, уларҙы тынысландырырға итте, тубыҡланып торҙо, ялбарҙы... Аҙаҡ көс-хәлгә Рәсүл ағайҙың беләгенә аҫылынып, уны алып ҡайтыу яғына һөйрәне. Мин һарай башынан төштөм дә, өйгә инеп, үҙ бүлмәмә бикләндем. Ҡотом осҡайны. Шунда ғына ни ҡылғанымды аңлағайным...

Ағайымдың ике ҡабырғаһы һынып, Рәсүл ағайҙың танауы иҙелеп, бармаҡтарының быуыны сыҡҡайны. Ағайым дауаханаға эләккәс, табиптар хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итеп, Рәсүл ағайҙан аңлатма яҙҙырып, саҡ енәйәт эше асманылар. Ағайым, үҙем ғәйепле, һуғышыуҙы мин башланым, ул һаҡланды, тип эште олоға ебәрттертмәне. Ағайымдың һыҙланғанын күреп, әрнеүем...

Тән яраларынан бигерәк, ағайым йөрәк һыҙлауығы менән ыҙаланды шикелле. Рәсүл ағай Валерияны ҡыуып ҡайтарҙы. Ағайым Валерия менән бәйләнешкә инергә маташҡандыр, тип уйлайым (был турала аныҡ ҡына белмәйем). Тик Валерия социаль селтәрҙәрҙә сәхифәһен юйғайны. Телефон номерын да алмаштырғандыр. Таһир ағай менән Рәсүл ағай иһә аңлаша алманы, дуҫлыҡтарын өҙҙө. Рәсүл ағай егерме биш йәшендә яңынан өйләнгәйне, күп тә үтмәне, айырылышты. Эсергә әүәҫләнде. Вахтала йөрөп эшләй.

Таһир ағайым һаманғаса өйләнмәгән. Юғары уҡыу йортон тамамлап, эшкә сумды.

Валерия менән Таһир ағайым араһында ни булғанын белмәйем. Бәлки, бер ни ҙә булмағандыр ҙа, ә бәлки, улар бер-береһенә ғашиҡ булғандыр. Ә бәлки, дуҫтарса ғына ҡосаҡлашҡандарҙыр, серләшкәндәрҙер. Таһир ағайым менән был хаҡта һөйләшкем килһә лә, унан йөрәк серҙәрен нисек төбәшәһең? Ҡырыҫыраҡ та бит. Рәсүл ағай менән һөйләшергә булыр ине, әммә мин уны үҙем урап үтәм, ҡасам. Күҙгә-күҙ осрашыуҙан әлегәсә ныҡ ҡурҡам. Күҙҙәремә ҡараһа, минең енәйәтте белер кеүек. Аҡлана ла алмам. Ә бит яуыз ниәттән дә түгел, һөйөүҙән генә ошо хәлгә ҡалынды.

Кәшифә минән аҡлау көткәндер. Аҡламаным да үҙен, ғәйепләмәнем дә. Валерияны, Рәсүлде, Таһирҙы йәлләнем...

*Исемдәр үҙгәртелде.
Фото: Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Йәшлек гәзите сайтынан алынды
фото Т.Роза
Читайте нас: