Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 23:30
Студенттар эшкә йәлеп ителә
Әле республикала 1277 ординатор эш башланы, шуларҙың 116-һы ковид-госпиталдәрҙә.м
Әле республикала 1277 ординатор эш башланы, шуларҙың 116-һы ковид-госпиталдәрҙә. Уҙған аҙнала ғына поликлиникаларға өҫтәмә рәүештә 567 ординатор ебәрелгәйне.
Шулай уҡ 281 студент эшкә урынлаштырылды, 252-һе табип-терапевт ярҙамсыһы һәм табип-педиатр ярҙамсыһы вазифаларында тәжрибә тупларға ебәрелде. 29 октябргә ҡарата алынған мәғлүмәткә ярашлы, 22 студент “Промед” системаһына йүнәлтелде. Улар урта медицина персоналы булып эшләп, көндөң тәүге яртыһында практика үтә, йәнә дежурлыҡҡа йәлеп ителә ала.
Был аҙнала БДМУ-ның фармацевтика факультетынан 63 студент – “Башфармация” предприятиеһына, медицина-профилактика факультетынан – 60, 9 ноябрҙән иһә стоматология факультетынан 163 кеше Өфөләге мәғариф ойошмаларына эшкә ебәрелә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ кәңәшмәлә билдәләүенсә, республикала был эш ирекле башҡарыла. Теләмәгәндәр дауаханаларға эшкә йәлеп ителмәй.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Studenttar-eshk-y-lep-itel-526329/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас:
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан