Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 09:10
Сирләгән кешеләр һәр саҡ арабыҙҙа
...Себер тарафында йәшәгән ҡатын ғаиләһе менән Башҡортостанға, ауылдағы оло йәштәге ата-әсәһе янына ҡайтырға йыйынғас, коронавирусҡа анализ тапшырырға булған...
Әле йәй көнө бер таныш һөйләгән ине: Себер тарафында йәшәгән ҡатын ғаиләһе менән Башҡортостанға, ауылдағы оло йәштәге ата-әсәһе янына ҡайтырға йыйынғас, коронавирусҡа анализ тапшырырға булған. Кем белә донъя хәлен: йә вирусты билдәһеҙ йөрөтөүсе булырбыҙ, ә бәлки сирләгәнбеҙҙер, тигән уйҙан сығып эшләнгән был эш.
Анализ ҡатындың организмында антиматдәләр барлығын күрһәткән, иренең иһә сирләмәгәне асыҡланған. “Миндә тымау ҙа булманы, бер ниндәй ҙә сир билдәләрен тойманым, әммә организмда антиматдәләр булғас, тимәк, күптән түгел коронавирусты үткәргәнмен, тигәнде аңлата. Ә иремә нисек минән йоҡмаған? Әллә инкубация осорон кисереп йөрөймө? Ҡыҫҡаһы, был сирҙең үҙенсәлектәре һис аңлашылмай”, – тип аптырауын белдергәйне ул ҡатын. Улар сәйәхәттәрен кисектереп торорға мәжбүр булғандар.
Шул уҡ ваҡытта, был тема һис яңылыҡ түгел: ғалимдар билдәһеҙ (симптом) COVID-19 вирусын йөрөтөүселәр һаны көндән-көн артҡанын белдерә һәм эш тик яҡшы иммунитетта ғына түгел: баҡһаң, ҡайһы бер организмдар коронавирусҡа ҡарата толерантлыҡ күрһәтергә һәләтле икән. Ябайыраҡ итеп аңлатҡанда, иммун системаһы сит антигенды үҙ итеп ҡабул ҡыла һәм уны инҡар итергә тырышмай ҙа. Һөҙөмтәлә, организм сиргә ҡаршы көрәшмәй, елһенеү һәм һаҡланыу процестары башланмай, шуға ла кешелә бер ниндәй ҙә сир билдәләре тойолмай, ти ғалимдар.
“Организм патоген менән осрашыу эҙемтәләрен тиҙ генә тигеҙләргә маташа һәм бының өсөн ике стратегия ҡулланыла. Беренсеһе – патологик процестар башланғансы тиҙ һәм һөҙөмтәле рәүештә патогендың үҙенән ҡотолоу. Икенсеһе – инфекция тыуҙырған үҙгәрештәрҙе, тайпылыштарҙы кәметеү. Тап ошо һуңғы осраҡ сиргә ҡарата толерантлыҡ тыуыу хаҡында аңлата ла” – ти Бөйөк Петрҙың Санкт-Петербург политехник университетының Биомедицина системалары һәм биотехнологиялар институты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Андрей Васин.
Шул уҡ ваҡытта, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бындай кешеләр башҡалар өсөн үтә хәүефле , сөнки үҙҙәре лә белмәйенсә вирусты йөрөтә, сирҙе башҡаларға ла йоҡтора.
Фото: Башинформ
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Sirl-g-n-keshel-r--r-sa--arabi-a-524446/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?