Даирә
-4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 19:54

ӘСЕБАР Миләүшә Ҡаһарманова.

... Шул хәлдән алып ҡыҙҙырылған картуф ашай алмайым... Ҡурҡҡандан йәки ерәнгәндән түгел, ә ниндәйҙер психологик шок кисереүҙән, күрәһең. Әсебарҙа был ризыҡты шундай яратып, тәмләп ашауым һуңғы тапҡыр булған икән.

Әсебар яланына килеп сыҡҡас та өҫкә тарттым. Яланды урман ситләп үрҙәнерәк үтергә ниәтләүем. Юл буйлап барғанда ялан уртаһында элекке утарҙан ҡалған иҫке йорт ултыра. Шул өй күңелгә шом һала аҙыраҡ. Эргәһендәге кәртә-ҡуралары емерелеп, ҡоймалары ҡолап бөткән булһа ла, үҙе шаҡтай булып тора торғайны. Шөбһәләнеүем дә шул – әсәй урмандағы аулаҡ өйҙө ҡасаҡ-фәлән, берәҙәк-зимагур торлаҡ итеп ҡуйырға мөмкин, тип киҫәткән дә, урап үтеп йөрөргә ҡушҡан.

Заманында был ерҙәр гөрләп тора торғайны. Борондан ауыл халҡының йәйләү урыны булған. Ҡайһы тирәләлер ғәҙәти булмаған шишмәһе лә аҡҡан, тиҙәр. Йәнәһе, шул шишмә һыуы тоҙло булған да, унда әселек эҙләп болан-маралдар төшөр булған. Ысынмылыр-юҡмылыр, мин белгәндә ул тирәләге тоҙло һыуҙы төртөп күрһәтер әҙәм юҡ ине инде. Һәр хәлдә был урындар Әсебар тип атала һәм, моғайын, юҡҡа түгелдер.

Мәктәп йылдарымда Әсебарҙа атайым йылҡы ҡышлатып ята торғайны. Йылына бер ауыл апайҙары, мәктәп уҡыусылары бергә йыйылып барып, ир-егеттәр генә төйәк иткән ерлекте таҙалап, йорттарын ҡырып йыуып та ҡайта торғайныҡ. Аҙаҡ, ҡалаға уҡырға китеп, интернаттан өс-дүрт айға бер ҡайтҡанда, йәйәү юлым ошо утар аша үтә һәм мин әлеге урынға етәрәк ҡыуанысымдан хатта йүгерә башлай торғайным. Атай үҙе булмаған осраҡта ла, уның менән алмаш эшләүсе ауыл ағайҙары ҡаршы алып, ашатып-эсереп, менеп ҡайтырға ат биреп ебәрәләр ине. Шуға был утар миңә яҡын.

Студент булып киткәс, тыуған яғыма Өфөнән тура самолет менән, йә икенсе яҡтан автобуста ҡайта башланым. Һәм бына осраҡлы юл тағы ла бала саҡ һуҡмағынан алып килә – Әсебар яланынан үтеп барыуым. Ташландыҡ утарҙың өй ҡыйығын булһа ла аңғарып китәйем, тип, ҡалҡыуыраҡтан үтеп барһам – ни күрәйем – ҡышлаҡ элекке хәле менән күҙ алдыма баҫты. Йорт мөрйәһенән күтәрелгән төтөн көҙгө һауаға теремеклек, йылылыҡ биреп тетелеп-таралып тора. Тирә-яҡтағы ялан кәртәләр тергеҙелгән. Барыһынан бигерәк кәртәләрҙәге йылҡылар эсемә йылы йүгертте. Тимәк, ауыл хеҙмәтсәндәре бында.

Яландағы кипкән үләнде йырып аҫҡа ашыҡтым. Туҡтап китмәй сара юҡ. Ун өс-ун дүрт саҡрым ҡара һыуыҡта атлау үҙәккә үткән. Асфальттан ғына йөрөй торған тәтәй ботинкаларымдың да ауыҙы йырылған инде, ҡойоға уҡмаша барып, суҡмарға әйләнгән. Барыһынан бигерәк арҡаға дымпылдата һуғып килгән еле яман.
Мине аңғарған йылҡы малы башын күтәреп ҡарап-ҡарап алды ла, ашау менән мәшғүл булды. Асыҡ соланға үтеп, өй ишеген туҡылдатам. Бер шаҡыйым, ике... Эстән тауыш юҡ. Ахырҙа, көтөп торорға сабырлығым етмәй, ауыр ағас ишекте көскә тартып асам да, эстән урғылған йылы һауаға һурылып барып инәм. У-уй, йылыҡайғынаһы... Һыуығым сығып бөткәнсе ҡалтыранып торам да, бысраҡ ботинкаларымды һалып, түргә үтәм. Ундағы эҫе мейескә барып устарымды терәйем, унан арҡамды. Шул арала хас минең бала саҡтағыса итеп йыйыштырылған өйҙө күҙҙән үткәрәм. Шул уҡ өс мөйөштәге өс һике, уларҙа ирҙәрҙең ҡаралдылары ята. Уртала ябыуһыҙ таҡта өҫтәл, ике яҡтан артһыҙ эскәмйәләр. Эшселәрҙең ашап йөрөгән ризыҡтары, ҡул һөрткән бысраҡ сепрәк-сапрағы. Ишек төбөндәге ҡулйыуғыстан аҫтағы тасҡа тыпылдап тамсыһы тамып-тамып ҡуя. Мейестең усаҡ яғында ут гөрләй, алдына утын өйөлгән, плитәһе өҫтөндә ҡара баҡырса бығырлап ҡайнап сыҡҡан. Эргәһендәге ҡапҡасы ябыҡ табанан һеләгәйҙе ағыҙыр тәмле еҫ килә. Мин был еҫте ялан осонда уҡ һиҙгәйнем инде – ҡыҙҙырылған картуф еҫе.

Мейескә һөйәлеп арыуыҡ торҙом, инде тамам йылындым, ә йортҡа һаман ҡайтмайҙар. Быға артыҡ аптырамайым, сөнки ағайҙарҙың ат эҙләп йөрөүҙәре лә, һунарға сығып китеүҙәре лә бар. Бала саҡта уларҙың шулай бушағанын көтөп яртышар көн ултырғаным була торғайны. Әле лә, тәртип өсөн көтәүәлләй бирҙем дә, бысраҡ таҫтамалдарҙың береһе менән тотоп теге табаны өҫтәлдәге гәзиткә алып килеп ултырттым. Ҡапҡасын асҡас та татлы парына иҫереп торҙом: ситтәре көрән-һары булғансы һары майҙа йөҙгән картуф киҫәктәре... мммм.... Алюмин ҡалаҡты ҡат-ҡат һөртөп алып, таба ситендәге иң-иң ҡурылғандарын ғына һайлап кертелдеге сығарам. Шыптыр пакеттан кемдеңдер ҡомалаҡ икмәген табып, салғы осонан яһалған үткер ҡысаҡ менән киҫеп алдым. “Аҙ ғына ашайым да... Тағы саҡ ҡына...”, ти торғас, табаның өстән бер өлөшөн һыпырып ташлағанмын. Ярай, ауылдаштарым, моғайын, юл кешеһенән ҡурылған картуф ҡыҙғанып тормаҫ, тип үҙемде тынысландырып, табаны ябып, урынына ҡуйҙым. Ярты көрөшкәләй ҡайнар сәй эстем. Сәй артында тәҙрә төбөндә ятҡан китаптарҙы алмаш-тилмәш алып ҡыштырлатып ултырҙым. Гел уҡымлы романдар. Беҙҙең ауыл кешеләре шулай китап уҡый бит ул. Ысын, ат өҫтөнән төшмәгән, яҙа-йоҙа белемле генә ағайҙар ҙа, мәҫәлән, минең атай һымаҡ, ҡалын-ҡалын китаптарҙы һөйрәп йөрөп уҡый. Әсебар йортонда һәр ваҡыт ошондай китаптар була торғайны, бында хатта китапханасы ла килеп китә, буғай. Һәр хәлдә элек шулай ине.

Элек... Атай һөйләгән ҡыҙыҡтарҙың береһендә, Әсебар ерҙәре боро-ондан енле урындар булған. Атайҙың әсәһе бала саҡта, ауыл халҡы был тәңгәлдә йыш ҡына ендәр менән тап булышҡан. Кемдер уларҙың һөйләшкәнен ишеткән, кемдер ат ҡыуғанын, кемдер күсенеп барғандарын... Берәү, арбаларын шығырлатып, бала-сағалары менән сыр-сыу килешеп үтеп китеүҙәренең барыһы ла ап-асыҡ ишетелеп тора, тик күҙгә күренмәйҙәр генә, улар барған тәңгәлдә ике-өс ҡойон өйөрөлөп барҙы, шулай китеп олаҡтылар, тип һөйләгән. Ә инде Хәким апаның әкәмәте балалар ҡурҡытҡысы һымағыраҡ булды. Йәнәһе, ауылдан, Ҡупырыш ҡушаматлы Хәким олатай, ошо Әсебарҙа мал ҡарауҙа ятҡан да, бер көн, яңғыҙы ҡалғанында, өйгә иҫ киткес һылыу ҡатын килеп ингән. Ағай бының кем булырын шундуҡ төшөнгән һәм, йоҡлап ятҡан булып, һыңар күҙе менән генә күҙәтеп ята, имеш. Ҡатын килеп ингән ғайын мейескә ут яғып ебәргән, сәй ҡуйған, донъя көтә башлаған. Унан ирҙең уянғанын аңғарып ҡалып, таҡмаҡ әйтеп бейей башлаған, ти:
— Уйнайыҡ та көләйек, Ҡупрыш Хәким бар саҡта!

Бармаҡтары шарт-йорт итә, күҙҙәре ялт-йолт килә, ти, ҡатындың. Хәким инде түҙә алмаған, ҡапыл ырғып тороп, баш осонда ятҡан мылтығын алып, берҙе атып ебәргән дә, атылып сығып, атына һикереп менеп ауылға ҡарай сапҡан. Шулай булған, йәнәһе.
Атай һөйләй ҙә, үҙе: “Ул Хәкимдең ҡупырыш булыуын да белгән, ти, бисура”, - тип һығылып көлөп ала торғайны. Ә беҙ ҡурҡабыҙ, бейеп йөрөгән бисураны күҙ алдына килтереп: “Бисмилла... Бисмилла...” тип төкөрөнәбеҙ.

Туйынып алғас, ауырайтты. Арыу ҙа, өшөү ҙә үҙенекен иткәндер, урындыҡ ситендә ултыра торғас, ойоп, тантып барам. Йоҡо менән көрәшеп маташҡанымды аҙыраҡ иҫләйем, унан түшәк осона ятып йоҡлап киткәнмен, күрәһең. Күпме ятҡанмындыр, кемдер ҡолаҡ төбөндә генә исемемде өндәшкәндәй булғанға уянып киттем. Әсәйемдең тауышы һымаҡ булды, ап-асыҡ итеп исемем менән саҡырҙы. Тертләп уянып, йоҡо аралаш һикереп тороп, бөршәйеп ятҡандан ойоған яурынымды ыуа-ыуа тәҙрәнән тәҙрәгә йөрөп ҡарайым – әллә береһе килдеме? Юҡ, урамда шул уҡ аттар өйөрө, яландың теге яғында ла, был яғында ла кеше заты күренмәй. Көҙгө көн һарҡыуға барып, ҡояш офоҡҡа ҡоларға тора. Хәҙер генә ҡапыл ҡараңғы төшәсәк. Был ат ҡараусылар һуңғаса килмәһә, ауылға ҡайта торғандары булмаһа, төнгә бында ирҙәр араһында ҡалып булмай бит инде, тип уйлап, йыйына башланым. Хәҙер инде туҡ, йылынған мин йылдам ғына атлап сығып киттем. Ҡалған туғыҙ саҡрымды шул ҡыҙыулыҡ менән үтеп, ҡараңғы ҡуйыра башлауға ауылға барып та индем. Бына тыуған йортом, ҡапҡа, ишек алды...

— Һау-мыһығыҙ!
Аш ашап, мунса төшөп, һөйләшеп ултырып, ҡыҙҙар өсөн бүленгән бәләкәй яҡҡа инеп ятҡас ҡына, юл мажараларым иҫкә төшөп, стена аша ҡысҡырып өндәшәм:
— Атай, Әсебарҙа кемдәр ята икән ауылдан?
Атайым аҙыраҡ ваҡыттан ғына һорауыма һорау менән яуаплай:
— Анда кем ятһын ул?

Мин аптырай төшәм:
— Нисек – кем?.. Мин бая унда инеп... сәй эстем, — тип әйткәнемдә атайҙың түшәге эргәһендә торам инде.
Ул тороп ултыра, көлөмһөрәй бирә:
— Шунан?
— Аттар тора ине кәртә тулы... Өй яғылған, ҡаралтылар ята – кеше йәшәй!
— Кешеләрен күрҙеңме?
— Юҡ... Йылынып... көтә бирҙем дә киттем.

Атайым алдына ҡарап ултыра бирә лә, мине бөтөнләй шаҡ ҡатырған хәбәр әйтә:
— Анда ней... хәҙер инде ун йыллап тормайҙар. Дауна кәртә-мәртәһен ташып алдылар... Өйөндәге мейесен дә берәү емереп әпкиткән ине ике-өс йыл әүәл һуғылғанда.
— А-а... атыу... кем?
Атайым көлә әле:
— Кем булһын, ен инде!
Түрбаштағы мәшәҡәттәрен ташлап килеп, һөйләшкәнебеҙҙе сала-сарпы ишетеп ҡалған әсәй сар-сор итеп ҡала:
— Шунда төшөп йөрөмә, тип әйтелмәнеме һиңә? Уй, ошо балларҙың йәйәү йөрөүе! Бер төпкөлдә тороп ҡалынды! Ней юлы юҡ, ней автобусы! Ҡалай ҡыҙыҡ нәмәгә ауыҙ йырып ултыра!

Атайым уның әрләүенә оторо көлә:
— Илайыҡмы атыу? Бошмай ҙа, ендең сәйен эсеп ҡайтҡан да һаң...
— Кит, мәғәнәһеҙ!

— Улар өсөн әллә беҙ ендер әле? “Мынау Сәйәхтең ҡыҙы нишәп йөрөй бында?” тип әллә улар аптырап ултырып ҡалған...
Атайым шулай оҙаҡ көлдө. Әсәйем көйҙө. Мин теге өйҙәге һәр секундымды яйлатылған кинокадрҙағы һымаҡ итеп ҡабаттан баштан үткәреп, был хәлдең “юрамал” булғанына ышана алманым. Әммә ялдарҙан һуң, кире киткәндә, атай менән ярымемерек ташландыҡ Әсебар утары янынан һыбай үттек. Минең күҙ маңлайға менеүенән атай һаман көлә:
— Ошо яҡта күпме йөрөһәм дә мине һыйлағандары юҡ, былар һине ҡунаҡ күргән, әләйһәң.

... Шул хәлдән алып ҡыҙҙырылған картуф ашай алмайым... Ҡурҡҡандан йәки ерәнгәндән түгел, ә ниндәйҙер психологик шок кисереүҙән, күрәһең. Әсебарҙа был ризыҡты шундай яратып, тәмләп ашауым һуңғы тапҡыр булған икән.
Миләүшә Ҡаһарманова.
Фото Т.Роза
Читайте нас: