Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 10:35

Полиция хеҙмәткәрҙәре атып үлтергән

Үткән төндә Татарстанда фажиғәле һәләк булған 16 йәшлек үҫмер яҡташыбыҙ булған. Асыҡланыуынса...

Үткән төндә күрше Татарстандан көйөнөслө хәбәрҙәр килде: унда полиция хеҙмәткәрҙәренә һөжүм иткәндәр. Һуңыраҡ иһә шул асыҡланды: ваҡиға барышында 16 йәшлек үҫмерҙе хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре атып үлтергән.
“Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, үҫмер - Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһынан, унда элек ата-әсәһе менән йәшәгән (әсәһе шул ҡаланан).
Аяныслы хәл 30 октябрь төнөндә булған. Үҫмер Кукмора ауылында урынлашҡан полиция бүлеге туҡталҡаһына “молотов коктейлдәре”н (шартлатҡыс) ташлаған, унда хеҙмәт машиналары торған.
Енәйәт урынынан ҡасып барған үҫмерҙе участковый күреп ҡалған һәм артынан ҡыуа төшкән. Уға дежур полиция хеҙмәткәре лә ҡушылған.
Полицейскийҙар енәйәтсене Нурминкә йылғаһы буйында ҡыуып еткән, әммә үҫмер, тынысланаһы урынға, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренә янай башлаған, иҫкәртеп һауаға атыуҙарына ла иғтибар итмәгән.
Һөҙөмтәлә үҫмер бер полицейскийҙы бысаҡ менән яралаған, унан инде хоҡуҡ һаҡсылары уға ҡаршы ут асҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малай урында уҡ һәләк булған.
Тәфтиш комитеты енәйәт эше асҡан. Бынан алда үҫмер хоҡуҡ һаҡлау органдары иғтибарына экстремизм менән мауығыу ихтималлығы сәбәбе менән эләккән булған.
Фото: “Комсомольская правда” порталы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: