Көҙҙөң һуңғы айының беренсе аҙнаһында республиканың үҙәк райондарында көндөҙ һауа температураһы 5 градусҡа тиклем йылы буласаҡ. Төндә лә температура нулдән түбән күрһәтмәйәсәк. Яуым-төшөм дә көтөлмәй, көндәр аяҙ торасаҡ.
Ноябрҙең икенсе аҙнаһында, 9-15-дә һауа торошоноң насарланыуы ихтимал. Күк йөҙөн болоттар ҡаплаясаҡ, ямғырҙар яуасаҡ, епшек ҡар булыуы мөмкин. Һауа температураһы Өфөлә ноль градус тирәһе буласаҡ.
Айҙың өсөнсө һәм дүртенсе аҙнаһында аҡрынлап һалҡындар килеүе көтөлә. Көндөҙ һәм төндә 3-5 градус һалҡын булыуы ихтимал, ҡар яуыуы ла бар. Әммә көслө ҡар өйөмдәре яумаясаҡ.
Ҡырпағай быйыл үҙенең йылы һәм сыуаҡ көндәре менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Быйылғы ноябрҙең йылыраҡ булыуы Европа илдәрендә, шулай уҡ Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларында ла күҙәтелә. Йылы һәм сыуаҡ айҙы файҙаланып ҡалағыҙ, урамдарҙа йышыраҡ йөрөгөҙ, ауырымағыҙ!