Даирә
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 20:53

“Әллә сихырланымы икән?”

Танышым һөйләгән тарих уйланырға мәжбүр итте: тормош, ысынлап та, бик ҡатмарлы шул. Кемдәр генә осрамай

Танышым һөйләгән тарих уйланырға мәжбүр итте: тормош, ысынлап та, бик ҡатмарлы шул. Кемдәр генә осрамай ғүмер юлында...

...Мират үҙенең буласаҡ кәлә­ше Зәлиәне өйҙәренә таныш­ты­рырға тип алып ҡайтҡас, егеттең ата-әсәһе һәм туғандары сикһеҙ ҡыуанды. Бик яҡшы ҡатын бул­маҡсы, тип уйланылар. Үҙе сибәр, уңған, етеҙ, теле телгә теймәй, ғәләмәт эшлекле! Ҡыуаныс­тарынан барыһы ла йәштәргә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә әҙер ине. Туй гөрләп уҙғас, Мираттың ата-әсәһе, өләсәйҙән ҡалған фатирҙы һатып, тағы йыйған аҡсаларын ҡушып, йәш ғаиләгә ҡаланың уртаһынан бына тигән фатир бүләк итеп, өй туйлап та ҡуйҙы...

Зәлиәнең быға тиклем бер ҡайҙа ла эшләгәне юҡ ине. Мәсьәлә танышлыҡ арҡаһында бик еңел һәм тиҙ хәл ителде: ҡа­лалағы ойошмаларҙың бере­һендә хеҙмәт урыны табылды. Йәш кәләшкә был урын бик килеште, кейәүенең туғандарына: “Әлегә миңә барыһы ла оҡшай. Декрет ялына тиклем эшләйем дә аҙаҡ ҡарармын”, – тине. Ҡәйнәһе килененең был һүҙ­ҙәренән хатта иреп төштө: күптән ейән-ейәнсәр хаҡында хыяллана бит ул!

Ә йәш кәләшкә, ысынлап та, барыһы ла оҡшай ине. Эргә-тирәгә ныҡлабыраҡ күҙ һалды, хатта үҙенән бер нисә тиҫтә йәшкә оло бай иргә иғтибар итте. Был хәлдән һуң хәләленә: “Мин һинән китәм”, – тине. Тегеһе: “Хата­ланаһың бит. Ҡайҙа бараһың?” – тиһә лә, хатта уға хыянатын ғәфү итеүе тураһында әйтһә лә, кәләше үҙ һүҙендә торҙо. “Айырылышайыҡ”, – тине ҡәтғи итеп.

Был хәлгә, әлбиттә, барыһы­ның да иҫе китте. Өҫтәүенә ҡатын, законға ярашлы тип, бар мөлкәтте, шул иҫәптән фатирҙы ла, уртаға бүлдерәсәге хаҡында белдерҙе. Килендәренең сираттағы ҡылы­ғына ҡәйнә кешенең йөрәге түҙмәне: дауаханаға эләкте. Мират та оҙаҡ ҡына иҫенә килә алмай йонсоно, хатта бер кем менән дә аралашмай башланы. Иргә барыһы ла унан көлгән кеүек тойола ине. Бигерәк тә гүзәл зат вәкилдәренә ҡарай алмай йонсоно: улар барыһы ла ир өсөн хыянатсы булып күренде.

Тик тормош, шөкөр, ҡара биттәрҙән генә тормай. Бер көн ирҙең ата-әсәһе улдарын ғаилә байрамында ҡатнашырға саҡыра алды. Унда Мират төҫкә сибәр генә Нурания менән танышты. Улар аралаша һәм аҙаҡ осраша башланы. Шулай итеп, ирҙең тормошо көйләнгәндәй тойолдо, ул икенсе тапҡыр ғаилә ҡорорға ниәтләнде. Был хәл тураһында белгәс, ата-әсәһе лә еңел һулап ҡуйҙы. Кем генә ғәзиз балаһына бәхет теләмәҫ?!

Әммә шул уҡ ваҡытта Зәлиәнең тормошо хөртәйгәндән-хөртәйҙе. Теге бай ир уның менән никах­лашырға ашыҡманы. Баҡ­тиһәң, өлкән йәштәге балалары булған икән. Улар атаһының мөлкәте йәш ҡатынға китеп бармауын ентекле күҙәтә. Зәлиә уларҙы “таң ҡалдыра” алманы.

Ирҙең ҡыҙҙары атаһының сираттағы ҡатыны менән хатта осрашырға ла теләмәне.
Зәлиә Миратты иҫенә төшөрә башланы. Һуң аңланы шул ул тәү­ге иренең бик яҡшы булғанлығын. Оҙаҡ уйлап тормай, Мират менән осрашыу мөмкинлеген эҙләй башланы, уны урамда ҡарауылланы. Бер көн Миратты тап итеп: “Мин һинһеҙ йәшәй алмайым! Ниндәй иҫәр булғанмын...” – тип ҡосағына ташланды. Ир тағы ышанды юха ҡатынға... Күп тә үтмәй, улар йәшерен генә осраша башланы.

Улының тағы Зәлиә менән бергә буласағы хаҡында ишеткәс, әсәй кеше йәнә дауаханаға эләкте: йөрәге күтәрә алманы был хәлде. Өйгә ҡайтҡас иһә улынан Нурания менән айырылышмауын үтенде. Яуап итеп, Мират: “Мин Зәлиәне яратам! Тиҙҙән өләсәй була­саҡһың”, – тине...

Был хәлгә байтаҡ ваҡыт үтте инде. Зәлиә менән Мираттың икенсе ҡыҙҙары ла тыуҙы. Тик бына ирҙең ата-әсәһе ейәнсәрҙәре менән генә аралаша, килендәрен күргеләре лә килмәй. Нурания иһә невроз менән ыҙалай, дауаханала ятып та ала. Уның һөйләшер темаһы хәҙер берәү генә: “Миратты сихырлап үҙенә ҡаратты...”

(Бөрө ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА
Фото Т.Роза
Читайте нас в