Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 10:25

Илнар табылған да ул...

Яҡташыбыҙҙың кәүҙәһе Мәскәүгә нисек барып эләккән?

Туймазы районы егете Илнар Әхмәтвәлиев юғалған тип хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн иһә ауыр яңылыҡ билдәле булды. Илнар табылған, дөрөҫөрәге уның кәүҙәһе.
Шуныһы ғәжәп, егетте Мәскәү ҡалаһында тапҡандар. Уның мәйете ҡаланың Парк урамындағы күп ҡатлы йорт янында ятҡан. Был турала “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итә.
Билдәле булыуынса, егет Нефтекама ҡалаһы клубтарының береһендә ди-джей булып эшләгән. Ул октябрь башынан уҡ бәйләнешкә сыҡмаған, тик полицияға юғалыуы тураһында ғариза 26 октябрҙә генә бирелгән.
Илнар төнгө 12 тула тигәндә йәшәгән урынынан сығып китә һәм башҡа унда әйләнеп ҡайтмай. Егеттең ни сәбәптән үлеүе тураһында әлегә хәбәр ителмәй.
Фото: КП-Уфа.
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: