Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 23:34

Һигеҙ кеше янып үлгән...

"Беҙгә Хоҙай үҙе эштәрҙе теүәлләү өсөн өҫтәмә ваҡыт бирә кеүек".

Уҙған аҙналағы оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы юлдарҙа үлем осраҡтары артыуы сәбәпле республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығын ҡаты шелтәләгәйне. Ул осорҙа аварияларҙа 14 кешенең ғүмере өҙөлдө. Ғөмүмән, аҙна һайын үлемдәр һаны шул кимәлдә һаҡланып килде.
Бөгөнгө кәңәшмәлә иһә һандарҙың бер ни тиклем яҡшы яҡҡа үҙгәреүе күренде. Министр Алан Марзаев еткереүенсә, аҙна эсендә 52 юл-транспорт ваҡиғаһы булып, уларҙа 57 кеше йәрәхәтләнгән, биш кеше һәләк булған.
Башҡортостан Башлығы был йәһәттән эште бер минутҡа ла туҡтатмаҫҡа, мөмкин булғанса күберәк кешенең ғүмерен һаҡлау өсөн барлыҡ сараларҙы күрергә ҡушты. Ул вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимовҡа, министрлыҡ вәкилдәренә, муниципалитет башлыҡтарына ошо көндәрҙә юл эштәрен теүәлләүҙе йөкмәтте. Шулай уҡ водителдәргә һауа торошоноң үҙгәрештәре тураһындағы мәғлүмәтте тиҙ арала еткереп тороу зарурлығын белдерҙе.
– Әле яҡшы һауа шарттары һаҡлана. Беҙгә Хоҙай үҙе эштәрҙе теүәлләү өсөн өҫтәмә ваҡыт бирә кеүек. Бынан ары юлдарҙа хәлдең көн һайын насарланыуы ихтимал: йә боҙло ямғыр яуасаҡ, йә томан төшәсәк тигәндәй. Бөгөн министрлыҡ, метеоүҙәк, ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәре менән кәңәшмә үткәрегеҙ. Һауа торошо ҡапыл боҙолһа, нисек эшләргә икәнлеген хәл итегеҙ. Водителдәргә мәғлүмәт ваҡытында барып етергә тейеш, бының өсөн инструменттар күп. Былтыр боҙлауыҡтар башланғас, авариялар артҡайны, быйыл улай булмаһын, – тине Радий Хәбиров.
Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров иһә янғындарға бәйле хәлдәр менән таныштырҙы. Уҙған аҙнала республикала 101 ут сығыу осрағы булған. Уларҙа һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлгән, 115 кеше ҡотҡарылған. Бөтә янғын осраҡтарында ла тәмәкене һаҡһыҙ ҡулланыу сәбәпсе.
Радий Хәбиров һалҡындар башланғас уҡ кешеләрҙең йорттарында мейес яғыуын, электр йылытҡыстары тоҡандырыуын иҫәптә тотоп, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға муниципалитет етәкселәре менән һөйләшеп, махсус комиссиялар булдырыу кәрәклеген әйтте.
– Был осорҙа комиссия даими эшләргә тейеш, уларҙың башында шәхсән ауыл хакимиәттәре етәкселәре торһон. Улар янғын режимын үтәүҙе тикшерергә тейеш, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса махсус идаралыҡ һәм дәүләт комитеты менән берлектә торлаҡтарҙы тикшерергә, кешеләргә аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк. Ошо уҡ комиссия суррогат алкоголгә ҡаршы көрәште дауам итергә тейеш. Имен булмаған бөтә ғаиләләргә барығыҙ. Һәр ауыл хакимиәте башлығы ҡайҙа хәүеф барлығын белеп торһон һәм иҫкәртһен, – тине Радий Хәбиров.
Комитет рәйесе Фәрит Ғүмәровҡа социаль учреждениеларҙы ла контролдә тоторға ҡушылды.
Автор: Альфия Мингалиева
Фото: пресс-служба МЧС РБ
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас в