Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 20:28

Хөрмәне артыҡ яратһаң...

Ҡыҙыл һары төҫтәге был емеш тәмле һәм файҙалы. Составында С, РР, Е, А витаминдары, кальций, калий, тимер, фосфор, марганец, магний, йод, баҡыр кеүек микроэлементтар бар. Улар авитаминоздан, гемоглобин түбән булғанда файҙалы.

Хөрмәлә кислота аҙ, шуға ла уны ашҡаҙан йәрәхәте, бөйөр, бауыр ауырыуҙары ваҡытында ҡурҡмайынса ашарға мөмкин. Кардиологтар ҙа файҙаһын билдәләй: йөрәк насар эшләгәндә организмдан артыҡ шыйыҡлыҡты сығарырға ярҙам итә, атеросклерозға ҡаршы иҫкәртеү сараһы булып тора. Нервы системаһына ла яҡшы тәьҫир итә, эшкә һәләтте яҡшырта.
Хөрмәлә йод күп. Емеште шулай уҡ ашҡаҙан аҫты биҙе эшмәкәрлеге боҙолғанда ла ашарға кәрәк. Һалҡын тейеп сирләгәндә иһә, тамаҡ ауыртыуын баҫыу өсөн, һутына бер аҙ йылы һыу болғатып эсәләр. Иң яҡшыһы - хөрмәне шул килеш ашау, йәнә һөткә ҡушып коктейль яһап эсергә лә була.
Шулай ҙа татлы емеш менән артыҡ булышырға ярамай, ти белгестәр. Уны көнөнә өсәүҙән ашыу ашарға кәңәш ителмәй. Ә бына шәкәр диабетынан яфаланғандарға тәүлегенә берәүҙе генә ҡулланырға кәңәш ителә. Бөйөрөндә ташы булғандарға иһә хөрмә ашау ҡәтғи рәүештә тыйыла.
Һәр емеште ҡулланыр алдынан уны яҡшылап йыуырға, сама белергә кәңәш итәбеҙ. Табип менән кәңәшләшергә лә онотмағыҙ.
Фото: kubnews.ru
Автор: Карима Усманова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: