Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 20:12

Эшләй белмәгәндәр китәсәк!

Киләһе йылда программаны финанслау күләме ҡыҫҡартыласаҡ.

Республикабыҙҙа "Башҡортостан ихаталары" тип аталған матур проекттың тормошҡа ашырыла башлауына ике йыл тулды. Күптәр уны үҙ итте һәм ихатаһын ремонтлауҙы түҙемһеҙлек менән көтә. Әммә ҡайһы бер намыҫһыҙ подрядсылар эште теүәл һәм ваҡытында үтәмәй. Был турала бөгөнгө кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары Иина Голованова әйтте. Бындай төҙөүселәр менән контарктты өҙөү хаҡында ҡарар ҡабул ителде.
– Быйыл бурыстарын үтәй алмаған ойошмаларҙы киләһе йылда эшләмәйәсәк. Беҙҙә кешеләр матур итеп эшләргә өйрәнде, подрядсы ойошмалар һаны артты, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе 2019 йылда был эшмәкәрлекте “минус өслө” билдәһенә баһаланы.
– Ә бына быйылғы хәлдәр миңә бөтөнләй оҡшамай. Беҙ бер юлы 400 ихатаны төҙөкләндерәбеҙ, күп аҡса һалдыҡ, ә эштәр йүнләп башҡарылмай. Өфөләге Ғөбәйҙуллин урамындағы хәлдәр һуң... Стәрлетамаҡтан да сигналдар килә. Бында күп кенә ихаталарҙа эштәр башҡарылып бөтмәгән, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе быйылғы эшмәкәрлек һәм киләһе 2021 йылға пландар буйынса доклад әҙерләргә ҡушты.
– Ыңғай миҫалдар бик күп. Ихаталар күҙгә күренеп матурлана, унда йәшәге, уйнағы, эшләге килә. Тик тегендә йә бында башҡарылған бер сифатһыҙ ремонт арҡаһында проектҡа ҡарата дөйөм кире ҡараш уяна. Былтыр, эш башланып ҡына торғанда, хаталарға күҙ йоморға ла булыр ине, тик хәҙер эшләп өйрәнергә ваҡыт, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, киләһе йылға был программаны финанслау күләме билдәле түгел әлн. Ул Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровҡа Финанс министрлығы менән кәңәшләшергә һәм программаға бүленәсәк аҡсаны иҫәпләргә ҡушты.
– Шуныһы аныҡ билдәле: финанслау күләме ҡыҫҡартыласаҡ. Шуға күрә, муниципалитет башлыҡтары, халыҡҡа еткерегеҙ: 2021 йылға планлаштырылған эштәр 2022 йылға күсереләсәк. Был донъялағы билдәле хәл-ваҡиғалар арҡаһында аҡсаның кәмеүенә бәйле, – тине төбәк етәксеһе.
Фото: bash.news
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: