Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 10:00

Бер юлы өс машина тапаған

Меҫкенгә 32 генә йәш булған.

Бәхетһеҙ осраҡ кисә кис менән Шишмә районында теркәлә. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәре буйынса, авария Шишмә - Арыҫлан - Ҡырғыҙ-Миәкә юлының 24-се километрында була.
30 йәшлек Әлшәй районы кешеһе "ВАЗ-2114" автомобилендә 32 йәшлек урында йәшәгән ирҙе тапата. Бынан һуң меҫкен йәйәүле өҫтөнән йәнә ике йөк машинаһы - "Skania" менән "Dacia Logan"да үтә. Аңлашыуылынса, уға иҫән ҡалыу өсөн бер мөмкинлек тә булмай, ул урында йән бирә.
Еңел автомобиль водителе белдереүенсә, ир ҡапыл юлға йүгереп сыға. Ул урын йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнмәгән була һәм ирҙең кейемендә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар ҙа булмай. Был эш буйынса тикшереү башланған.

Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: