Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 13:38

Балаларҙы туҡмаған өсөн - төрмә

Районда йәшәүсе ир үгәй ҡыҙҙарын туҡмаған өсөн иркенән мәхрүм ителде.

Ҡырмыҫҡалы район-ара суды 38 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы: ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәттәр Кодексының 112-се статьяһының 2-се бүлегенең “в, д” пункттары (аңлы рәүештә һаулыҡҡа уртаса ауырлыҡта зыян килтереү) һәм 115-се статьяһының 2-се бүлегенең “а” пункты буйынса (аңлы рәүештә һаулыҡҡа еңел зыян килтереү) енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип танылды.
Судта асыҡланыуынса, енәйәтсе 2019 йылдың июнь айында иҫерек килеш төндә бүлмәлә утты һүндермәгәндәре өсөн 5 һәм 11 йәшлек үгәй ҡыҙҙарына тән йәрәхәттәре һала. Һөҙөмтәлә уларҙың сәләмәтлегенә етди зыян килә, береһенең ҡулы һына. Балиғ булмаған балалар дауаханаға оҙатыла. Бөгөн ҡыҙҙарҙың әсәһе әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән, ә балалар туғандарына опекаға тапшырыла.
Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйебен тулыһынса таныны. Суд уға ҡарата колония-ултыраҡта хөкөм ителеү срогын тултырыу буйынса 3 йыл да 2 айға тиклем иректән мәхрүм итеүгә яза билдәләне.
Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәгән.
Артур ӘМИНЕВ, район прокуроры.
Читайте нас: