Донъя буйлап гиҙгән ҡурҡыныс сир кешеләрҙе өйҙә ултырырға мәжбүр итһә лә, баҙар майҙанында йәнлелек хакимлыҡ итә. Изге йома көнө беҙҙең район үҙәгендә баҙар көнө булып иҫәпләнә. Был көндө уңған хужа һәм хужабикәләр төрлө ауылдарҙан килеп, үҙҙәренән артҡан һөт- ризыҡтарын, ит, йомортҡа, бал һәм йәшелсә-емештәрен баҙарға килтереп һата. Рәт буйлап теҙелеп киткән сауҙа нөктәләре эргәһенән ҡарап йөрөйөм. Ысынлап та, ауыл эшсәндәренең тынғыһыҙ, ауыр хеҙмәте менән үҫтерелгән уңышҡа, башҡа төр продукцияға ихтыяж ҙур. Һатыусылар маҡтап-ҡыҫтап әйберен үткәрергә тырышты, һатып алыусылар осһоҙораҡ хаҡҡа ҡышҡылыҡҡа запас тупланы. Уңған хужаларҙың баҡсаларында тәгәрәп үҫкән кәбеҫтә, сөгөлдөр, кишер һанаулы ғына ваҡыт эсендә һатылып бөттө. Биҙрә-биҙрә тултырылған ҡышҡы сортлы алмаларға сират оҙон ине. Ҡорот, май, һөт һатыусылар эргәһенән кеше өҙөлмәне. Умартасылар шифалы һәм татлы ризыҡтың төрлөһөн алып килгәйне. Тәмлетамаҡтар бал һатыусылар янынан өҙөлмәне. Сәскә, йүкә, ҡарабойҙай балын тәмләп ҡарап, йәне теләгәнен һатып алдылар. Баҙарҙа шулай уҡ ит һатыусылар ҙа байтаҡ ине. Мал тотоусылар яңы ғына һуйылған һыйыр, сусҡа итен тәҡдим итте. Баҙар гөрләй, ә аҙыҡ-түлектең хаҡтары ни хаҡ? Баҙар хаҡтары менән гәзит уҡыусыларҙы ла таныштырып үтәйек.