Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 11:15
Антирекорд дауам итә
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Бөгөн вафат булған пациентҡа килгәндә, ул – 69 йәшлек ҡатын, Туймазынан...
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 95 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 10 863-кә етте. Һауыҡҡандар – 9877 (һуңғы тәүлектә 122 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 54.
Бөгөн вафат булған пациентҡа килгәндә, ул – 69 йәшлек ҡатын, Туймазынан. Гипертония, һимереү сирҙәренән яфаланғаны мәғлүм.
Башҡортостан стационарҙарында һәм амбулатор шарттарҙа йәмғеһе 932 ауырыу дауалана (шул иҫәптән 14 кеше ауыр хәлдә, икеһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған).
Рәсәй мәғлүмәттәренә килгәндә, өсөнсө көн ковид күрһәткесе антирекорд ҡуя: һуңғы тәүлектә генә 18 665 сирле асыҡланған, сирләүселәрҙең дөйөм һаны 1 636 781-гә еткән.
Фото: Олег Яровиков
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Antirekord-dauam-it-524585/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин