Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Ноябрь 2020, 10:46

Волгоградтан... урлашырға килгәндәр

Ҡатын беренсе булып сиратҡа баҫа. Аҙ ғына тауар алып, касса янына килә һәм биш мең һумлыҡ купюра һона.

Ауырғазы районында Волгоград өлкәһенән килгән ирле-ҡатынлы икәү магазин һатыусыһын албырғатып, ун мең һумға яҡын аҡсаны урлаған. Юл инспекцияһы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәттә шик аҫтына алынған парҙы тиҙ арала асыҡлаған.

Ауырғазы районының Талбазы ауылындағы гипермаркетта була был ваҡиға. Билдәһеҙ ир менән ҡатын тауары өсөн түләгәндә һүҙ менән кассирҙы әүрәтеп тороп, ун мең һум аҡсаһын алып сығып китә.
Аңына килгән һатыусы полицияға мөрәжәғәт итә. Бурҙар тиҙ арала тотола. Улар Волгоград өлкәһенән 43 һәм 40 йәшлек ирле-ҡатынлы булып сыға. Был икәү ғәйебен таный.
БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, ҡатын беренсе булып сиратҡа баҫа. Аҙ ғына тауар алып, касса янына килә һәм биш мең һумлыҡ купюра һона. Шул уҡ ваҡытта янсығынан ваҡ аҡса ҡараштырған була.
Был ваҡытта ире кассирҙы һүҙ менән албырғата. Буталып, һатыусы биш меңде кире тоттора. Шуға оҡшаш юл менән ир ҙә ҡулына биш мең һумлыҡты эләктерә.
Әлеге мәлдә мутлашыу осрағы буйынса енәйәт эше асылды, тиҙәр ведомствонан.

Фото:otzovik.com
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Volgogradtan--urlashir-a-kilg-nd-r-515530/
Читайте нас: