Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Ноябрь 2020, 10:52

Тапаталар ҙа алып китәләр...

Ҡырмыҫҡалы районында аяныслы хәл теркәлә: йәйәүлене бәрҙергәс, ярҙам итер урынға, уны машиналарына һалып алып ҡасалар.

Ҡырмыҫҡалы районының Константиновка ауылы янында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Шаһиттар белдереүенсә, ауыл урамдарының береһендә автомобиль йәйәүлене бәрҙереп, авария урынынан ҡасалар. Етмәһә, үҙҙәре менән зыян күреүсене лә алып китә. Күрәһең, енәйәт эҙен йәшерергә маташалар.
Әммә ваҡиға шаһиттары хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә. Уларҙың тиҙ эш итеүе сәбәпле, енәйәтселәрҙең эҙенә шунда уҡ төшәләр. Ошо уҡ ауылдың Йәштәр урамында урынлашҡан фатирҙарҙың береһендә зыян күргән 60 йәшлек ирҙең мәйете табыла. Йәйәүлене алып килгән ваҡытта уның тере булыуы асыҡланған. Әгәр ҙә авария урынынан ҡасмай, "Ашығыс ярҙам" саҡырһалар, кем белә, бәлки, зыян күргән ир иҫән дә ҡалыр ине.
31 йәшлек водитель һәм уның дуҫына хәҙер закон алдында яуап бирергә тура киләсәк. Аҙаҡ билдәле булыуынса, водителдең транспортҡа йөрөтөү таныҡлығы булмауы һәм алкоголь эскән булыуы асыҡланған.
Ваҡиға буйынса тикшереү эше башланған, авария сәбәптәре өйрәнелә. Ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған, уларға ҡарата енәйәт эше асылған.
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Tapatalar-a-alip-kit-l-r-523374/
Читайте нас: