Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Ноябрь 2020, 11:39

Табиптар ҙа тимерҙән түгел...

Алһыҙ-ялһыҙ ике ай буйына эшләгәндән һуң уның үҙенә психологик ярҙам талап ителә.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡатмарлы шарттарҙағы ауыр хеҙмәте хаҡында һөйләне. Хатта ҡайһы саҡта көслө, йәш, ҡыйыу белгестәрҙең дә түҙемлеге, ихтыяр көсө һына. Ковид госпиталендә эшләгән йәш табип менән булған хәл шуға асыҡ миҫал.
27 йәшлек терапевт ошо йылдың 20 апрелендә госпиталь бүлексәләренең береһендә эшкә тотона. Алһыҙ-ялһыҙ ике ай буйына эшләгәндән һуң уның үҙенә психологик ярҙам талап ителә.
Табип йоҡлай алмай, йоҡо ритмы боҙола, хәүефләнеү тойғоһо көсәйә, башы ауырта. Кәйефе лә үҙгәрә, илап ҡына бара, нервыһы тиҙ ҡуҙғый, аппетиты булмағас, насар туҡлана, һөҙөмтәлә ныҡ ябыға.
Хеҙмәттәштәре һәм яҡындары ҡыҙҙағы үҙгәрештәрҙе тойоп, уны ҙур ауырлыҡ менән республика клиник психиатрия дауаханаһына барырға күндерәләр. Ауыр психологик хәлдә уны дауаханаға һалалар
Бәхеткә күрә, оҙайлы дауаланғандан, ял иткәндән һәм шәхси психокоррекцион ярҙам күрһәтелгәндән һуң ҡыҙҙың хәле яҡшыра. Әле йәш табип реабилитация курсы үтә. Оҙаҡламай ул табип-терапевт булып эшен дауам итәсәк.
Фото:BashNews.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Tabiptar-a-timer-n-t-gel-523333/
Читайте нас: