Даирә
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Ноябрь 2020, 10:49
Ковид госпиталендә шартлау
Стационарҙағы беренсе һәм икенсе ҡаттағы бүлмәләргә ут тоҡана, тирә-яҡтағы биналарҙың тәҙрә быялалары селпәрәмә килә, балкондар емерелә.
Кисә төш яҡынлашҡанда Силәбе ҡалаһындағы 2-се ҡала ковид госпитале поликлиникаһы янында шартлау яңғырай. Янғын һүндереүселәр әйтеүенсә, дүрт квадрат метр майҙандағы келәттә урынлашҡан кислород баллонынан газ ағыла башлай һәм ул, янып китеп, шартлай.
Бәхеткә күрә, был бәләлә йәрәхәт алғандар һәм вафат булғандар юҡ. Ә бына стационарҙағы беренсе һәм икенсе ҡаттағы бүлмәләргә ут тоҡана, тирә-яҡтағы биналарҙың тәҙрә быялалары селпәрәмә килә, балкондар емерелә.
Госпиталдәге 158 пациент һәм яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәгән кешеләр эвакуациялана. Ихаталарҙа туҡталҡала торған 35 еңел автомобиль зыян күрә.
Оператив штаб эшләй. Фаразлауҙар буйынса, ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәбе ҡорамалдарҙы монтажлауҙағы йәки файҙаланыуҙағы етешһеҙлектәр булыуы мөмкин.
Фото:
profile.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Kovid-gospitalend-shartlau-524112/
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла