Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Ноябрь 2020, 13:24

Иҫән ҡалыу өсөн машинанан һикергән...

Йәш кенә мут егеттәр унан автомобилен бушҡа биреүҙе талап иткән.

Баймаҡ районында бәләгә тарымаҫ өсөн иргә үҙ машинаһынан һикереп төшөп ҡалырға тура килгән. Мут егеттәр унан автомобилен бушҡа биреүҙе талап иткән.
Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ир "ВАЗ-2114" автомобилен социаль селтәр аша 25 мең һумға һатырға булған. Машинаны ҡарарға килгән ике егет хаҡты 15 мең һумға тиклем кәметеүҙе талап иткән. Улар яғынан баҫым яһау көслө булғас, хатта күршеһен ярҙамға саҡырып килтергән. Тик тегеләр машинаһыҙ китергә уйламаған да, ирҙе банкка барырға күндергәндәр.
Юлда, әгәр машинаһын бушлай бирмәһә, ғүмерен ҡыйыу менән янай башлағандар. Ир, ҡурҡышынан, автомобиль ишеген асып, юлға һикерә. Полицияға шунда уҡ хәбәр итмәй. Иртәгәһенә машинаһы магазин эргәһендә табылғас ҡына, хәлде полицейскийҙарға һөйләргә була.
Мутлашырға маташҡан 18 һәм 20 йәшлек егеттәрҙе тоталар. Быға тиклем дә уларҙың закон боҙғаны булған.
Фото:UfacityNews
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/I-n-aliu-s-n-mashinanan-ikerg-n-521789/
Читайте нас: