Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Ноябрь 2020, 11:28

Диңгеҙгә ял итергә барып...

Башҡортостандан 60 йәшлек ир сит илдә коронавирустан вафат булған.

Башҡортостанда йәшәгән ирле-ҡатынлы яҡташтарыбыҙ өсөн Төркиә курортында ял итеү оло фажиғәгә әйләнгән: 60 йәшлек ир вафат була.
Улар 25 сентябрҙә Төркиә курорттарының береһенә ял итергә килә. Бер аҙнанан һуң туристарҙың тән температураһы күтәрелә, еҫ һиҙмәйҙәр, тәм тойоу ҙа юғала.
Икеһен дә 2 октябрҙә дауаханаға һалалар, коронавирусҡа тест алына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. Ҡатын ауырыуға бирешмәй, ә бына иренең хәле насарлана, төрөк табиптары уны яһалма һулыш алыу аппаратына тоташтыра.
27 октябрҙә уның ғүмере өҙөлә, әммә улар дауаланыу үткән клиника етәкселеге вафат булыусының мәйетеен биреүҙән баш тарта, дауаланған өсөн ике мең доллар түләүҙе талап итә. Страховка фирмаһы был түләүҙәрҙән баш тарта һәм уның мәйетен цинк табутта ҡайтарыу сығымдарын ғына үҙ өҫтөнә алыуын белдерә.
Яҡташыбыҙҙың кәүҙәһе алыҫ сит илдә лә ятып ҡалыр ине, әгәр ҙә республика Башлығы Радий Хәбиров был хәлдә ярҙам итергә ҡушмаһа. Бөгөн туристарҙың клиникаға булған бурыстарын ҡаплау һәм ирҙең мәйетен Башҡортостанға алып ҡайтыу буйынса Анталья ҡалаһындағы Рәсәй консуллығы һөйләшеү алып бара.
Донъялағы пандемия осоронда сит илдәргә ял итергә барырға яратыусыларға сәйәхәттәрен бер аҙға кисектереп торорға тәҡдим итәбеҙ. Ялығыҙ ғүмерлек ғазапҡа әүерелмәһен ине...
Фото: 7daytravel.ru
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Di-ge-g-yal-iterg-barip-521852/
Читайте нас: