Даирә
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Ноябрь 2020, 19:20
Беҙ белмәгән серҙәре күп...
Фажиғәнән бер көн алда ғына, оҙаҡ дауаланғандан һуң, ҡала ковид-госпиталенән һауығып сыҡҡан булған
Был мәкерле сирҙең үҙенсәлектәре, өҙлөгөүҙәргә килтергән сәбәптәре – беҙҙең өсөн “ҡарурман”. 30 октябрҙә Салауат ҡалаһында өлкән кешенең магазинға барған еренән урамда йығылып вафат булыуы шуға асыҡ миҫал. Йорт болдоронда ятҡан иргә ашығыс ярҙам саҡырталар, тик һуң...
Фажиғәнән бер көн алда ғына, оҙаҡ дауаланғандан һуң, ҡала ковид-госпиталенән һауығып сыҡҡан булған. Үкенескә ҡаршы, коронавирустың шундай көтөлмәгән өҙлөгөүҙәргә килтереүенә миҫалдар етерлек.
Ғалимдәрҙең фекеренсә, коронавирус йыш ҡына пациент һауыҡҡандан һуң агрессияһын күрһәтә башлай, эске органдарға “һөжүм итә”. Рәсәй ғалимы, профессор Галина Рева әйтеүенсә, коронавирус инфекцияһынан дауаланып сыҡҡан пациенттарҙың бауырында, бөйөрөндә һәм талағында кире үҙгәрештәр башланыуы ихтимал. Алыҫ Көнсығыш федераль университетының фундаменталь медицина департаменты белгестәре йөҙҙән ашыу вафат булған ауырыуҙың биологик материалдарын өйрәнгәндән һуң шундай һығымтаға килгән.
Фото:”Известия”.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Be-belm-g-n-ser-re-k-p-523597/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?