Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Ноябрь 2020, 12:44

55 кеше 1 миллион һум аҡса алған

Кем был хоҡуҡтан файҙалана ала?

Эпидемиологик хәл яҡшы булмаһа ла, илдә “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы уңышлы эшләй. Әйткәндәй, ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. "Ауыл уҡытыусыһы" программаһы быйыл ғинуарҙа илдең барлыҡ төбәктәрендә старт алғайны. Был программаның маҡсаты - ауыл балаларының да сифатлы белем алыуын тәьмин итеү, уҡытыусыларға ярҙам итеү, мәғариф-тәрбиә кимәлен заманлаштырыу һәм башҡалар.
– Был программала ҡатнашыусыларға 1 миллион һум күләмендә аҡса биреү ҡаралған. Тик халҡы 50 меңдән артмаған ауылда, ҡала тибындағы ҡасабала йәки ҡалала урынлашҡан мәктәптә биш йылдан да кәм түгел эшләргә кәрәк, – тип белдергәндәр республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Шулай итеп, Башҡортостанда 55 уҡытыусы бына ошондай түләүҙәрҙе алған. Уларҙың 22-һе – математика, 17-һе – инглиз теле, 14-е – рус теле һәм әҙәбиәте, икәүһе физика уҡытыусыһы.
Быйыл еңеүсе-уҡытыусылар республиканың Баймаҡ, Архангел, Хәйбулла, Баҡалы, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Туймазы, Стәрлебаш һәм башҡа муниципаль райондарға эшләү өсөн йәшәргә күсенгән.
Фото: gorodvo.ru
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/55-keshe-1-million-um-a-sa-al-an-524177/
Читайте нас: