Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
30 Октябрь 2020, 00:11

"Уның кеүек көслө кешеләр ҙә еңелә..."

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өлфәт Мостафиндың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

Алдан яҙыуыбыҙса, бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауыр хәбәр еткерҙе: оҙайлы ауырығандан һуң Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин вафат булды. Төбәк етәксеһе уның туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.
"Бөгөн 15.00 сәғәттә Склифосовский институтында Өфө ҡалаһы мэры Өлфәт Мостафин вафат булды. Ул был сир менән оҙаҡ көрәште, бөгөн 35-се көн ине. Ул бик ауыр үтте: пневмония, COVID-19 һәм уларға эйәргән башҡа сирҙәр. Беҙ уны ҡотҡара алманыҡ, - тине Радий Хәбиров. – Хатта Өлфәт Мансур улы кеүек шат күңелле, көслө кешеләр ҙә коронавирусҡа ҡаршы тора алмай. Шуға күрә бөтәгеҙҙән дә һаҡланыуығыҙҙы һорайым. Был сир бер ҡайҙа ла китмәне, һәм беҙгә уға ҡаршы тағы оҙаҡ көрәшергә кәрәк. Мин ысын күңелдән Өлфәт Мансур улының туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Был - республикабыҙ, Өфө өсөн ҙур юғалтыу. Ул Өфөнө ныҡ ярата ине. Тормошто ныҡ яратты, беҙҙең ҡалабыҙ өсөн бик күпте эшләгеһе килә ине...
Барығыҙ ҙа үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Баҫым яһап әйтәм: хатта уның кеүек көслө кешеләр ҙә был сирҙең ҡыҫымына түҙә алмай".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: