Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
30 Октябрь 2020, 00:20

Битлек режимын тикшереү көсәйә

"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус инфекцияһы менән сирләгәндәр арта, шуға ла барлыҡ талаптар ҙа көнүҙәк"

Республикала юғары әҙерлек режимы ғәмәлдә ҡала.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индергәйне. Ул 28 октябрҙән үҙ көсөнә инде.
Документҡа ярашлы, республика халҡына урамда, шул иҫәптән кешеләр күпләп булған урындарҙа, йәмәғәт транспортында, таксиҙа, туҡталҡаларҙа, лифттарҙа, магазиндарҙа, финанс ойошмаларында һәм күп функциялы үҙәктәрҙә битлек кейеп йөрөү талап ителә. Социаль дистанция һаҡлау мотлаҡ.
Бөгөн иһә йәмәғәт транспортында битлек режимын һаҡлауҙы тикшереү буйынса Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, хоҡуҡ һаҡлау органдары, матбуғат саралары вәкилдәре иҫкәртеү рейды уҙғарған. Баш ҡаланың “Галле округы” туҡталҡаһында бер нисә тиҫтә автобус, троллейбус һәм маршрут таксиһы тикшерелгән.
Дөйөм алғанда, халыҡ килеп тыуған хәлде аңлай һәм һаҡланыу сараларын ҡуллана.
Октябрь уртаһынан Өфөлә шәхси һаҡланыу сараларын — битлек һәм бирсәткәләрҙе йәмәғәт транспорты туҡталҡалары эргәһендәге киосктарҙа һата башланылар. Был эш йөҙләгән павильонда алып барыла.
Дөйөм алғанда, ағымдағы йылдың 20 апреленән 28 октябргә тиклем 251 тикшереү үткәрелгән, уларҙың 101 объекты юл комплексына, 150-һе транспорт комплексына ҡарай. Һөҙөмтәләр буйынса 114 административ протокол төҙөлгән.
Битлек режимын боҙған пассажирҙар, водителдәр штраф түләйәсәк: граждандарға бер мең һумдан өс мең һумға тиклем, ҡабаттан боҙған осраҡта – өс-биш мең һум.
Вазифалы кешеләргә – 5-15 мең һум (ҡабаттан боҙған осраҡта – 15-30 мең һум).
Ойошмалар өсөн иһә 50-100 мең һум түләйәсәк, ҡағиҙә ҡабаттан боҙолһа, 100 – 200 мең һум күләмендә штраф һалынасаҡ.
"Граждандар араһында аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус инфекцияһы менән сирләгәндәр арта, шуға ла барлыҡ талаптар ҙа көнүҙәк. Оло кешеләрҙең битлек режимын һаҡлауҙа яуаплы булыуы шатландыра, йәштәрҙе иһә иҫкәртергә тура килә", – ти баш ҡаланың Октябрь районы буйынса Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәгенең баш инспекторы Альфред Шәймәрҙәнов.
Фото: Валерий Шахов
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в