Даирә
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Октябрь 2020, 19:02

“Үпкәһе селтәргә әүерелгән, тинеләр”

Билдәле музыкант Айнур Фәтиховтың ата-әсәһе коронавирус, һәләтле улдарының ҡаҙаныштары, уны ерләүҙә ҡатнаша алмауы һәм башҡалар хаҡында бәйән иткән...

Күптән түгел йәш һәм талантлы музыкант, виртуоз баянсы Айнур Фәтихов көтмәгәндә вафат булып, күп һанлы тамашасыларын ҡайғыға һалғайны.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда һәм Татарстанда киң билдәле булған һәләтле ғаилә ағзаларының барыһы ла – Айнурҙың атаһы һәм әсәһе лә коронавирус менән ауырығаны мәғлүм булды.
Ошо көндәрҙә иһә “Манзара” гәзите авторы Эльмира Сәләхова Лилиә Фәтихова менән әңгәмә тәҡдим иткән. Айнурҙың әсәһе һуңғы ваҡытта талантлы музыканттың йырсы Ришат Төхвәтуллин менән эшләүен, 11 октябрҙә Республика көнөндә сығыш яһауын белдергән.
Данлыҡлы сәнғәт әһелдәре Хәлит Фәтихов һәм уның ҡатыны Лилиә ике бала тәрбиәләп үҫтергән.
Лилиә ханым түбәндәгеләрҙе бәйән иткән:
- Миңә – 66, Хәлиткә 62 йәш. Өфөлә йәшәһәк тә, һәр йәйҙе тәбиғәт ҡосағында, баҡсала үткәрергә яратабыҙ. Коронавирус тигән ҡурҡыныс сирҙе ҡайҙа эләктергәнде әйтә алмайым. Тәүҙә – Хәлит, ике көндән мин сирләп киттем. Тикшереү үткәс, Хәлиттең үпкәһенең – 60, минең 50 проценты зарарланған тинеләр. Айнурҙың иһә зарарланыу майҙаны 90 процент булыуы, үпкәһе селтәргә әүерелеүе асыҡланды.
Был – ҡот осҡос сир, ҡоралһыҙ һуғышҡа тиң. Шуға ла кешеләргә, һаҡланығыҙ, еңел ҡарамағыҙ, тип әйтәһем килә.
Айнур коронавирусты бик ауыр үткәрҙе, тын да ала алмаған...
Улым 29 йәшемдә тыуҙы. Беҙҙең менән йәшәне. Фатир алмайынса өйләнмәйем, тине. Үҙебеҙ ҙә егерме йыл ятаҡта йәшәнек. Айнур шуҡ, хәрәкәтсән булды, янып торҙо. Сәхнәлә ниндәй, тормошта ла шундай ине. Ҡулындағы ағастан да, ручканан да көй сығара ала ине. Оҫта шофер ҙа, ашнаҡсы ла, актер ҙа, йырсы ла булды. Аллаһы Тәғәлә уға төрлө һәләттәр биргән...
Әле улыбыҙҙы юғалтыуҙы аңлай алмайбыҙ. Карантинда ҡалыу сәбәпле, ерләүҙә лә булманыҡ. Беҙҙең өсөн ул гастролгә киткән кеүек...”
Хәлит ағай ҙа уйҙары менән бүлешкән:
— Улыбыҙ һәләтле, универсаль белгес ине. Һәр эшен еренә еткереп башҡарҙы. Сәхнәлә икәү сығыш яһағанда ғорурлыҡ тойғоһо кисерә инем. Айнур дүрт йәшенән гармунда уйнаны. Башҡортостанда ғына түгел, Татарстан, Мәскәү артистарына ла аранжировкалар яһаны. Республикала бер генә сара ла унһыҙ уҙманы... 14 кенә йәшендә Швейцариялағы абруйлы конкурста уңышлы сығыш яһап, юғары исем алған бала ул.
Билдәле музыканттарға сабырлыҡ һәм түҙемлек, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.
Фото: avyl-tormyshy.rbsmi.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас в