Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Октябрь 2020, 18:57

Баҡһаң, уның биш балаһы булған...

26 октябрҙә Федоровка районының Яңы Софиевка ауылында таң менән булған янғын әсә һәм ике бәләкәй баланың ғүмерен өҙҙө тип хәбәр иткәйнек.

Ут һүндереүселәр тәүҙә әсәнең кәүҙәһен таба, аҙаҡ 2015 йылғы малайҙыҡын. Өс йәшлек бәләкәй баланы кискә тиклем эҙләйҙәр. Сығып ҡасып ҡотолғандыр тип уйлай башлағанда, уның да янып бөтә яҙған кәүҙәһе табыла...
“Башинформ” агентлығы хәбәрселәре был ғаилә тураһында Федоровка районы хакимиәте башлығы Венер Насретдинов менән һөйләшкән.
"Ғаилә имен түгел, ул бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла иҫәптә тора ине. Опека органдарының һәм “Ғаилә” үҙәгенең даими контролендә булды. Быйыл да ай һайын тиерлек төрлө хеҙмәт вәкилдәре тикшереп торҙо", – тигән хакимиәт башлығы.
Янғында һәләк булған 41 йәшлек ҡатындың, баҡтиһәң, биш балаһы булған. Тәүге иренән тапҡан өлкән өсәүһе (19, 17, 14 йәшлектәр) атаһы менән йәшәй: 2014 йылда суд шулай ҡарар иткән, ҡатын уларға ҡарата әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Һәләк булған ғаилә Салауат ҡалаһында теркәлгән, ә был ауылда әсәлек капиталына йорт алған булған.
Баҡһаң, 2018 йылда опека хеҙмәте икенсе никахтан тыуған әлеге ике баланы ла алған булған. Улар бер нисә көнгә район дауаханаһына урынлаштырылған. Шулай уҡ ҡатындың даими рәүештә спиртлы эсемлектәр ҡулланғаны билдәле.
"Эш ҡатынды тағы ла әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеүгә бара ине. Тик уны ни өсөн аҙағына еткермәгәндәрҙер - асыҡларға кәрәк. Бәлки, ҡатынды йәлләп, балаларын ҡалдырырға булғандарҙыр", – тигән хакимиәт башлығы.
Фажиғә ваҡытында балаларҙың атаһы Салауат ҡалаһында эштә булған. Малайҙарҙың кәүҙәһен эҙләгән саҡта ғына ҡайтып еткән, тиҙәр.
2019 йылда йортҡа янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйылған. Һуңғы тикшереү быйыл 12 октябрҙә үткәрелгән. Приборҙың төҙөклөгө тураһында билдә бар. Янғын нилектән сыҡҡан, ҡулайлама ни өсөн эшләмәгән – тәфтишселәр барыһын да асыҡларға тейеш.
"Опека, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия, хоҡуҡ һаҡсылары менән артабан тикшерәсәкбеҙ. Күрәһең, бала хәүефле хәлдә икән, ата-әсәне йәлләп торорға кәрәкмәй. Эйе, ғаилә ағзаларын айырыу еңел түгел, тик ошондай осраҡтар килеп сығыуы бар. Иҫкәртеү эше районда туҡтамай. Уны артабан тағы ла көсәйтәсәкбеҙ. Иҫәптә имен булмаған 48 ғаилә тора, уларҙы нығыраҡ тикшерәсәкбеҙ. Ҡулайламалар ҙа ҡуйыла, тик өйөндә тәмәке тартҡан кешеләрҙең уны һүндергән осраҡтары ла бар", – тигән Венер Насретдинов.
Район хакимиәте ғаиләне ерләүҙә ярҙам күрһәтәсәк. Улар йәшәгән йортта ике хужалыҡ булған. Икенсеһендәге яңғыҙ ҡатын ярҙам һорап хакимиәткә мөрәжәғәт итмәгән. Әгәр килһә, уның өсөн йәшәү урыны әҙерләнгән. Ә ғаилә һәләк булған яҡ башҡаса файҙаланырлыҡ түгел.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: