Иртәгәһенә Остаз йәштәрҙе ташландыҡ урынға алып киткән. Баҡһаң, уны маймылдар төйәк иткән икән. Йәнлектәр пыр туҙып уйнаша. Араларында бик бысраҡ берәүһе лә күренә. Ул гел башҡаларҙы ҡарап, уларҙың йығылғанын торғоҙоп, беттәрен сүпләп, ауырыу ҡарт маймылдарҙы тәрбиәләп йөрөй, имеш.
– Ҡарағыҙ әле бынау маймылға, – тигән бер уҡыусы. – Үҙе бысраҡ, гел башҡаларҙы ҡарай. Ә уға берәү ҙә ярҙамға килергә уйламай.
– Һығымта яһағыҙ инде, – тигән Остаз. – Ул һәр береһенә ярарға тырыша. Ярҙам итә. Үҙенә ваҡыты ҡалмай, шуға бысраҡ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һәр нәмәлә баланс булырға тейеш. Кешелекле булығыҙ, ярҙам итегеҙ. Әммә саманы белегеҙ: үҙегеҙҙе лә онотмағыҙ.