Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 20:42

Ҡурҡыныс сирҙән үҙебеҙҙе ҡурсалайыҡ, төрлө йыйын үткәреүҙе туҡтатайыҡ!

Йыл башынан алып бөтә Ер шары халҡын тетрәтеп килгән KOVID-19 тип аталған сир донъялағы әллә күпме кешенең ғүмерен ҡыйҙы инде.

Йәйгә ҡарай бер аҙ ғына шиңгән һымаҡ булһа ла, әлеге ваҡыт көндән-көн күбәйә барғанын ишетәбеҙ. Күп кенә ил был йоғошло ауырыуҙың “икенсе тулҡыны” хаҡында ла һөйләй башланы. Әҙәм балаһы һәр нәмәгә күнегеүсән. Баштараҡ Ҡытайҙа йә Америка Ҡушма штаттарында көнөнә фәләнсә кеше шул сирҙән үлгәнлеге хаҡында ишетеп, аптырай инек. Ә хәҙер шундай статистика һандарына иғтибар ҙа итмәйбеҙ тиерлек. “Мәскәүҙә бөгөн – 21, ә Рәсәйҙә 160 кеше үлгән” тигән хәбәрҙе беҙ “фәләнсә кеше донъяға килгән” тигән һымағыраҡ ҡына ҡабул итә башланыҡ. Тик берәй танышың йәки туғаның сирләп китә йә үлеп ҡалды икән, шул саҡта ғына был афәттең ифрат та яҡын йөрөгәнлеге хаҡында уйлана башлайһың. Хөкүмәтебеҙ яҙын ныҡ ҡына сикләү режимы индергәйне. Күптәребеҙ уны үтәп тә йөрөнөк. Бәлки, ана шуға күрәлер ҙә, Аллаһы Тәғәлә ихтыяры менән, беҙҙә был инфекцияның башҡа илдәрҙәге һымаҡ уҡ киң таралыуына юл ҡуйылмағандыр. Көҙ килеү менән, кешеләр “йәйләү”ҙәрҙән ҡайта башланы, балалар мәктәптә йыйылыша, эш кешеләренең йәйге ял ваҡыттары үтеп, эшкә сыҡтылар. Коронавирус йоҡтороусылар һаны ҡабаттан арта башлауы тағы ла уйландыра…

Уйланып ҡына тик ултырыуҙан бер ниндәй ҙә файҙа юҡлығын һәммәбеҙ белә. Инфекцияға ҡаршы көрәштә тик табиптарҙан ғына түгел, ә барыбыҙҙан да тырышлыҡ талап ителә. Эшкә, уҡыу йорттарына, мәктәпкә йө­рөүҙе туҡтатыу бик оло проблема булыуы билдәле. Төрлө пред­прия­тиеның эшмәкәрлеген бер аҙ ғына ваҡытҡа сикләгән өсөн дә илебеҙҙә сәнәғәт үҫешенең аҡһай башлауын барыбыҙ ҙа тойҙоҡ. Шуға күрә хөкүмәтебеҙ ҙә бөгөн был хаҡта әллә ни һүҙ ҡуҙғатмай. Быны һәммәбеҙ аң­лай. Әлеге мәлдә дауаханаларҙа ауырыуҙарҙы планлы дауалау эштәренең дә ҡабаттан аяҡҡа баҫтырылыуы вирустың бөтөп барыуы һөҙөмтәһендә түгел икән­леге көн кеүек асыҡ. Бөгөн дә һәммәбеҙгә сир йоҡтороу ҡур­ҡынысы яҙ осорондағы һымаҡ уҡ янап торғанлығы хаҡында оно­торға ярамай, тимәксемен. Шуға күрә лә әле булһа һәр йәмәғәт урынында битлек режимы һаҡ­ланып килеүен дә тейешенсә ҡабул итергә тейешбеҙ.

Мине, хөрмәтле мил­ләттәштәрем, тағы бер һорау борсой: ни өсөн ауыл­дарҙа, ҡалаларҙа ла күп кенә милләттәшебеҙ һаман булһа халыҡ йыйып, ҡунаҡ-мунаҡ, шу­лай уҡ төрлө аят мәжлесе үткә­реүен ҡуймай? Туғанлыҡ бәйлә­нештәрен һаҡлау, яҡындар менән аралашыу, динебеҙ буйынса ғилем алыу маҡсатында мәҙрә­сәлә уҡып сыҡҡан белемле имам­ды саҡырып, ул һөйләгән вәғәз­дәрҙе тыңлап, ул уҡыған Ҡөрьән аяттарын өйрәнеү өсөн йыйылыу, һис һүҙһеҙ, файҙалы һәм сауаплы. Әммә пандемия осоронда бына шундай йыйындарҙы туҡ­татып торғандан да бер ни ҙә юҡ. Яҡының вафат була икән, туғандар йыйылышып, уны һуңғы юлға оҙатыу тигән нәмәне, әлбиттә, урап үтеп булмай. Ә бына яҡыныңды ер­ләгәндән һуң тағы өсөнә, етеһенә, ҡырҡына, йыллығына (хатта ҡайһы бе­рәүҙәрҙең илле беренсе көнөнә лә!) йыйылышып ултырыу әлеге сирҙең артабан да шәпләп таралыуына булышлыҡ итеүе көн кеүек асыҡ! Бындай йыйындар динебеҙҙә мотлаҡ ҡушылған ғәмәлдәр булһа – бер хәл. Иң ҙур үкенес шунда: милләттәш­тә­ребеҙ үҙҙәренең мө­ҡәддәс бурысы тип һанаған бына шундай “поминка”ларҙың, йәғни кеше үлгәндән һуң аныҡ көндәрҙә мәжлес ҡороуҙың динебеҙ ҡа­нундарында (Ҡөрьәндә лә, бәй­ғәмбәр сөннәтендә лә) бө­төнләй юҡлығы хаҡында бел­мәүселәр күп. Быларҙың барыһы ла бәйғәм­бәребеҙ ғәләйһис-сәләм вафатынан һуң бер нисә йөҙ йыл үткәс кенә кешеләр тарафынан уйлап сы­ғарылып, дингә өҫтәп индерелгән йолалар икәнлеген бе­леү кәрәк. Яңы йорт һалып сыҡҡас, әлегесә йыйылышып, өйгә аят уҡытыу, өйгә аҙан ҡысҡыртыу тип аталған мәж­лестәр ҙә шулар рәтенә инә. Ә бына әруахтарыбыҙ өсөн Ал­лаһы Тәғәләгә доға ҡылыу, улар исеменән мохтаж булған кеше­ләргә саҙаҡа биреү бәйғәм­бәребеҙ тарафынан бойо­ролған ғә­мәлдәр, әммә уның өсөн дә, йыйылышып ултырығыҙ, тип әйтмәгән Алла илсеһе. Мәрхүм ата-әсәңә Ахирәттә яҡшы булһын тиһәң – өйөңдә генә ултырып, улар­ҙың тереклектә ҡылған гонаһтарын ярлыҡауын Аллаһы Тәғәләнән һора (көн һайын булһа ла). Мәрхүмдәрҙең йә үҙеңдең исемеңдән саҙаҡа бирергә уй­лайһың икән, бит­легеңде генә кейә һалып, яҡын­дағы мәсеттең йәшнигенә алып барып төшөр йәиһә берәй мохтаж мосолман кешеһенә тоттороп кит. Алла барыһын да күреүсән бит. Әлеге коронавирус афәтенән ҡото­лоуҙы ла Раб­быбыҙҙың Үҙе­нән генә һорайыҡ. Ошо хаҡта һөйләй башлаһаң, һине ишетергә лә теләмәгәндәр күп. Үкенескә күрә, үҙебеҙгә үҙебеҙ ғәҙел­һеҙлек ҡылып, бына шундай тормош алып барабыҙ, ҡәҙерле мил­ләт­тәштәрем. Үлемесле сир яны­быҙҙа ғына йөрөп ятҡан ваҡытта үҙебеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуй­майыҡсы, тимәк­семен. Ғәҙәт­тә, ана шул мәжлестәргә тап оло йәш­тәгеләр йыйылыусан бит. Әлеге “тажлы” вирус та оло кешеләрҙе айырыуса “ярата” икәнлеген һәм­мәбеҙ ҙә беләлер, моғайын. Ҡунаҡта ултырған кешеләр битлекһеҙ һәм бер-береһе менән яҡын аралаша. Шундағы егермеләгән кеше ара­һында бер генә сирле әҙәм булһа ла, барыһына ла ауырыу йоғоу ҡурҡынысы бар. Хәте­регеҙ­ҙәлер, яҙ көндәре хатта ирҙәр өсөн фарыз (мотлаҡ) тип ҡу­шылған йома намаҙына мәсеттә йыйылыуҙы ла ҡуйып торҙоҡ! Һәр мосолман йома намаҙы урынына үҙ өйөндә өйлә намаҙы уҡыу менән генә сикләнде. Бына шундай ҡурҡыныс янап тороуына ҡарамаҫтан, әле бында, әле тегендә кешеләрҙең йыш ҡына йыйылышып ултырғанлығы ха­ҡында ишетәһең. Шулай уҡ һәр төрлө тыуған көндө билдәләүҙе, туй-фәләндәрҙе лә туҡтатып торорға кәрәк. Туйһыҙ ҙа һин дә мин йәшәп алып китергә һәм уны күпмелер ваҡыттан һуң да үткәрергә була. Ана бит, йыл башында ошо мәсьәлә мил­лиардлаған халыҡлы Ҡытай илендә ҡандай киҫкен тора ине. Нисек кенә ауыр булһа ла, улар үҙ хөкүмәте ҡуйған сикләүҙәр режимын тотҡас, хәҙер ул илдә бындай сир юҡ кимәлендә! Буш менән булмайыҡ әле, ҡәҙерле туғандар. Бигүк ғәҙәти булмаған был мәҡәләмде бәғзе­ләрҙең оҡшатып етмәүен дә күҙаллайым. Әммә минең өсөн ҡәҙерле милләттәштәрем йәл. Йәндәй күргән балаларыңдың, балдан татлы ейән-ейәнсәрҙәреңдең үҫе­үен, уларҙың шат уй­на­ғандарын күреп, һөйөнөп ғүмер итә башлаған мәлдә генә, үҙең­дең тыңлау­һыҙлығың арҡаһында кинәт кенә сиргә һабышып, был донъяны ташлап китеүе ҡыҙғаныс бит. Ғәҙәттә, сирлеләр реанимация бүлегендә үлә, шунлыҡтан һуңғы минутыңда яныңда ауы­ҙыңа һыу тамыҙып ултырыусы яҡындарыңдың була алмауы ла үкенесле. Кәрәкмәгән шундай йыйындарҙан тыйылайыҡсы! Ал­лаһы Тәғәлә һәммәбеҙҙе ошо афәттән имен ҡылһын. Амин.
Яңылыҡ авторы: Х. Ғәлиәхмәтов.
Йәшлек гәзите сайтынан алынды
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: