Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 11:15

"Иркә генә ҡыҙҙары бигерәк тә йәл..."

Өфө янындағы “Вита” баҡсасылар ширҡәтендә булған фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек. Янып үлгән йәш ғаилә хаҡында ниҙәр асыҡланды?

Йома төнөндә Өфө районының Лебяжий ауылы янындағы “Вита” баҡсасылар ширҡәтендә сыҡҡан янғын тотош ғаиләнең ғүмерен өҙгәйне. Ағас йортта ут төнгө сәғәт беренсе киткәс сыға. Күршеләре тиҙ арала янғын һүндереүселәрҙе саҡырта. Тик улар килеп еткәнсе өйҙө ут тулыһынса ялмап ала.
Янғын 39 кеше һәм 18 берәмек техника көсө менән һүндерелә. Утты туҡтатып, емереклектәрҙе тикшерә башлағас, ҡот осҡос хәл асыҡлана: 30 йәшлек ирҙең, уның 25 йәшлек ҡатынының һәм дүрт йәшлек ҡыҙҙары Аринаның үле кәүҙәләре табыла.
Ғаилә ҡаланан бында өс йыл самаһы элек күсеп килә. Участка һәм йорт ирҙең әсәһенә теркәлгән. Ҡатын үҙе ҡалала йәшәй, ә йәш ғаилә бәләкәй ҡыҙҙары менән саф һауаға, ауылға, күсеп ҡайта. Улар баҡса үҫтерә, ир кеше яҡындағы заводта эшләй. Ғаилә һәр яҡлап имен була, бер ҡайҙа ла иҫәптә тормай, күршеләре менән татыу йәшәй.
Янып юҡҡа сыҡҡан йорт бәләкәй генә – 16 квадрат метрлыҡ. Фажиғә төнөндә тышта һалҡын була, хужалар өйҙө йылытыу өсөн кухнялағы радиаторҙы тулы ҡеүәтенә тоҡандырып йоҡларға ята. Электр сымдарына көсөргәнеш киләме, бүлмәләге әйберҙәр ҡыҙып янып китәме, һөҙөмтәлә аш-һыу бүлмәһенән сыҡҡан ут тиҙ арала бөтә өйгә күсә. Ғаилә ағзалары хатта уянып та өлгөрмәй, улар һөрөм газына ағыуланып үлә, тип хәбәр итә “КП-Өфө” баҫмаһы.
"Күршеләре төндә һыу эсергә тип тора һәм өйҙөң ныҡлап янғанын күреп ҡала. Ут һүндереүселәрҙе саҡырта, тик һуң була шул", – ти ширҡәт рәйесе.
Күршеләре йәштәрҙе тик яҡшы һүҙҙәр менән хәтергә ала. Ғаилә башлығы ата-әсәһенең берҙән-бер балаһы булған. Әле улар шок хәлендә.
"Фәрештәләй ҡыҙҙары бигерәк тә йәл. Иркә генә, аҡыллы бала ине. Ауыр тупраҡтары еңел булһын", – ти бер күршеләре.
Был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, фажиғәнең бөтә шарттары ла асыҡлана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндәр һалҡынайтыу менән ошондай янғындар арта. Октябрь башында ғына шул уҡ ауылда тотош ғаилә уттан һәләк булғайны.
Янғын һүндереүселәр киҫәтә: янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама күптәрҙең ғүмерен ҡотҡара. Ул күп ғаиләләргә бушлай бирелә, шулай уҡ һатып алырға ла мөмкин, әллә ни ҡиммәт түгел. Ғүмерҙәрҙе һаҡлайыҡ, ҡағиҙәләрҙе үтәйек.
Фото: "КП-Өфө".
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: