Даирә
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 10:35

Хәл ҡатмарлы...

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән брифингта көн үҙәгендәге мәсьәләләр ҡаралды. Максим Забелин әйтеүенсә, тәүлек эсендә сирҙе йоҡторғандар һаны 85-кә артып, бөтәһе 10 415 кешегә етте. Һуңғы тәүлектә 52 ауырыу һауыҡҡан.

Әле стационарҙарҙа - 197, амбулатор шарттарҙа 742 сирле дауалана. Туғыҙ пациент ауыр хәлдә, икеһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Республикала пневмония менән сирләгәндәр ҙә арта, һуңғы тәүлектә 249 кешегә шундай диагноз ҡуйылған. Төбәктә коронавирусҡа тест биреү лабораториялары икәүгә артҡан, хәҙер уларҙың һаны – 25.
Бөгөн халыҡ поликлиника табиптарына яҙыла алмай, сираттарҙа тороп көн үткәрә. Ауырыуҙар ҙа, сәләмәттәр ҙә тар, тығыҙ майҙанда аралашырға мәжбүр. Ҡайһы бер поликлиникаларҙа ойоштороу эше түбән. Быға миҫалдарҙы әллә ҡайҙан эҙләйһе юҡ, аяҡ аҫты тулы. 13-01 телефонына көнө буйы шылтыратып та, эләгә алмауың мөмкин. Һаулыҡ һаҡлау министры уның сәбәбен техник тотҡарлыҡ тип таныһа ла, ҡасан яйға һалынырын, ауырыуҙарҙың ҡасан табиптарға телефон аша яҙыла аласағын аныҡ әйтә алманы.
Мәсьәлә бит терегөмөшлө градусниктарҙа йәки дарыуҙарҙа ғына түгел, тәү сиратта табипҡа эләгеп, тейешле кәңәш һәм дауаны ваҡытында тәғәйенләүҙә. Үкенескә ҡаршы, яуаптарға ҡарағанда һорауҙар күберәк.
Рәсәй буйынса ла хәл ҡатмарлы. Тәүлектә сирҙе 16 550 кеше йоҡторған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 320 сирле һәләк булған (пандемия осорондағы анти-рекорд!), 12 884 ауырыу һауыҡҡан.
Фото: ИА «Башинформ»
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас в