Даирә
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 20:31

“Ҡайтырға ҡурҡтым”

Өс йәшлек ҡыҙы көткәндә, 19 йәшлек әсә ҡайҙа йөрөгән?

Башҡортостанда 19 йәшлек йәш әсә Лиана Абдуллинаның юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Белоретта йәшәгән ҡатынды өйөндә өс йәшлек кенә ҡыҙы көтә ине. Кисә яҡшы яңылыҡ билдәле булды, Лиана табылған. Ул иҫән-һау һәм өйөнә ҡайтҡан да.
Йәш әсәне ун көн буйына таба алмайҙар. Тәүҙә туғандары үҙаллы эҙләй, тик һөҙөмтә булмағас аҙаҡ был эшкә полиция һәм ирекмәндәр ҙә ҡушыла. Яҡындары Лиана өсөн бик ҡайғыра, сөнки, быға тиклем уның өйҙән сығып киткәне булмай.
Асыҡланыуынса, яҡындары уның ҡайҙалығын белмәй ут йотоп йөрөгән саҡта Лиана таныштарында булған.
– Тәүҙә ул күңел асҡан, аҙаҡ инде өйөнә ҡайтырға ҡурҡҡан. Белоретта ул ағаһы менән йәшәй, ә ул бик уҫал. Ныҡ әрләр тип ҡурҡҡан һәм шуға күрә үҙе тураһында белдермәгән, – тигән уның ике туған апаһы “КП-Уфа” баҫмаһына.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: