Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 20:14

Асыҡ һауала кейеүҙән файҙа бармы?

Битлек – быйыл иң популяр ғәмәлдәрҙең береһе, уны урамда һәм йәмәғәт урындарында кейгән кешеләрҙе күреү ғәҙәти хәлгә әйләнде. Әммә битлекте дөрөҫ кейә белеү зарур, юҡһа, эйәккә эленеп торған, танауҙы ҡапламаған битлектән бер файҙа ла юҡ.

Унан тыш, бәғзе белгестәр хәбәр итеүенсә, пандемия осоронда битлекте урамда кейеүҙән, шулай уҡ, фәтүә булмаясаҡ, сөнки асыҡ һауала коронавирус йоҡтороу ихтималлығы түбән. Шул уҡ ваҡытта, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: “асыҡ һауа” төшөнсәһе шартлы, сөнки ҡала ситендәге һәм үҙәгендәге кешеләр тығыҙлығы төрлө, ошонан сығып, һауаның зарарһыҙлығы ла сағыштырырлыҡ түгел.
Әммә кешеләр күпләп йөрөгән урында, мәҫәлән, поликлиникала, магазиндарҙа, театрҙа йәки йәмәғәт транспортында битлек кейеү мотлаҡ, сөнки инфекция һауа буйынса тын алыу юлдары аша тарала.

Ҡулланылған битлекте шунда уҡ ташларға кәрәк.
Битлектәрҙең төрлө конструкциялы булыуы ихтимал. Уларҙың бер йәки күп тапҡыр ҡулланыла торғандары була. Бәғзеләре 2, 4, 6 сәғәт хеҙмәт итә. Хаҡтары ла төрлө. Бер үк битлекте ике тапҡыр кеймәгеҙ – үҙегеҙгә үҙегеҙ инфекция йоҡтороуығыҙ ихтимал. Уны ҡайһы яғы менән кейһәң дә була, әммә танауға элә торған нығытҡыс, ғәҙәттә, битлектең төҫһөҙ яғында, йәғни эстән ҡуйыла.

Битлек биткә тығыҙ тейеп торорға, танау һәм ауыҙҙы ныҡлы ябырға тейеш. Сискәндән һуң, өҫ яғына ҡағылмаҫҡа тырышығыҙ, ҡулығыҙҙы яҡшылап һабын менән йыуығыҙ.
Еүешләнһә, уны шунда уҡ алмаш­тырығыҙ. Сирле кеше менән аралаш­ҡандан һуң, битлекте кисекмәҫтән ташлау зарур. Әйтеүебеҙсә, кеше булмаған урындарҙа, саф һауала сисеп торғанда ла була.
Шуныһын иҫтә тотоғоҙ: битлек кенә сирҙән араламай, башҡа профилактика сараларын да ҡулланыу зарур.
Фото: Валерий Шахов
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: