Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
26 Октябрь 2020, 12:54

“Һөйөнөсөмдән бейегем килә...”

Табиптар 82 йәшлек пациенттың ғүмерен һаҡлап алып ҡалды.

Республика кардиология диспансеры табиптары 82 йәшлек пациентты үлемдән ҡотҡарҙы. Ир башы ауыртыуына һәм әйләнеүенә зарланып клиникаға мөрәжәғәт итә. Анамнезда сирҙәр ярайһы күп теркәлгән була. Уға компьютер томографияһы һәм эхокардиограмма үткәрәләр. Һирәк осрай торған һәм ҡатмарлы диагноз ҡуйыла - “аортаның күкрәк бүлеге аневризмаһы сей яраһы”. Операция яһамағанда, аортаның өҙөлөүе һәм кешенең һәләк булыры көн кеүек асыҡ. Табиптар операция яһарға ҡарар итә. Бүлексә мөдире Тимур Хафизов етәкселегендәге хирургтар командаһы эндоваскуляр операцияны уңышлы үткәрә. “Һөйөнөсөмдән бейегем килә! Операцияға мине ҡатыным, балаларым һәм ейәндәрем күндерҙе. Аҡ халатлылар армияһына ғүмеремде ҡотҡарғандары өсөн рәхмәт,” - ти пенсионер. Ул үҙен яҡшы тоя, оҙаҡламай яҡындары янына ҡайтасаҡ. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, эндоваскуляр операцияның үҙенсәлеге шунда: хирургтар муйын тамырҙарына теймәй, ә манипуляцияны янбаш өлөшөндә яһалған уйым аша тамырҙарҙа үткәрә. Ҡан тамырҙары үлсәменә ярашлы протез аҙаҡ аортаға ҡуйыла. Бындай ҡатмарлы операцияны яһау республика кардиология үҙәгендә күптән үҙләштерелгән. 2011 йылдан алып ошондай 200-ҙән ашыу әмәлиәт яһалған. Фото:UfacityNews.ru Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: