Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
26 Октябрь 2020, 12:52

Ике студентты үлтерә яҙғандар

Талаусылар телефондарын, аҡсаларын, автомобиль акустикаһын ғына түгел, хатта хушбуйҙарын да һыпырып алып киткән...

Баш ҡалала ике студент талаусылар ҡорбаны булған. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә. Ҡырағай хәл Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә теркәлгән. Асыҡланыуынса, 21 октябрь көндө кис ике 20-шәр йәшлек ике студентты береһенең автомобилендә ҡыуып алып киткәндәр һәм ҡаланың икенсе осона алып барып, салон эсендә туҡмай башлағандар, ҡорал менән ҡурҡытҡандар. Пистолет тоҫҡағас, егеттәр барлыҡ ҡиммәтле әйберҙәрен талаусыларға бирергә ҡарар иткән. Һүҙ телефондар, аҡса, автомобиль акустикаһы, хатта хушбуй хаҡында бара. Шулай уҡ бер студенттан 60-ҡа яҡын сәйнәй торған тәмәке һәм кальян тартып алыуҙары мәғлүм. Талаусыларҙан көс-хәлгә ҡотолғас, егеттәр полицияға мөрәжәғәт иткән, улар тиҙ арала енәйәт урынына барған. Әлеге ваҡытта енәйәтселәрҙең тап ошо ике егеткә ни өсөн һөжүм итеүе асыҡлана. Егеттәрҙең береһенә сәйнәй торған тәмәке менән сауҙа иткән өсөн эләккән, тигән фараз да бар. Фото: s9.stc.all.kpcdn.net Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: