Ғалимдар “оҙайлы ковид” синдромы хаҡында белдергән. Был сирле торош айҙар дауамында һуҙылыуы, тотош организмдың эшмәкәрлегендә сағылыуы ихтимал. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә тикшеренеүҙәр буйынса Британия Милли институты (NIHR) күптән түгел доклад нәшер иткән. Ул “COVID-19-лы тормош” тип атала һәм донъяла киң таралған “оҙайлы ковид” феноменына арнала. Һүҙ коронавирус инфекцияһы тыуҙырған, оҙаҡҡа, хатта айҙар буйына һуҙылған сирле торош тураһында бара. Донъялағы меңәрләгән кешеләр, баҡһаң, социаль селтәрҙәрҙә, чаттарҙа, онлайн-форумдарҙа тап ошо тема айҡанлы берләшә икән. Улар коронавирус инфекцияһы асыҡланыуға бихисап ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, үҙҙәрен һаман сырхау итеп тойоуын, ниндәй билдәләр борсоуын бәйән итә. Араларында ярты йылдан ашыу ошо хәлдә йәшәгәндәр ҙә барлығы асыҡланған. Әйтергә кәрәк, был – белгестәр өсөн бөтөнләй яңы проблема. Доклад авторҙары тәүгә “оҙайлы ковид” айышына төшөнөргә һәм уны һүрәтләргә тырышҡан. Быларҙың барыһы ла Facebook социаль селтәрендәге Long COVID берләшмәһенең 14 ағзаһы тәҡдим иткән мәғлүмәткә таянып эшләнгән. Асыҡланыуынса, “оҙайлы ковид”тың кәмендә дүрт билдәһе булыуы ихтимал. Был осраҡта пациенттарҙың хәле йә яҡшыра, йә киреһенсә, хөртәйеп китә. Организмдың бер ағзаһында хасил сир билдәләре йә көсәйә, йә кәмей, унан бөтөнләй икенсе ағзаға күсеүе бар. Мәҫәлән, тәүҙә ул үпкәлә булһа, унан башта, йөрәктә, бөйөрҙә, бауырҙа, эсәктәрҙә, тирелә сағылыш таба. “Оҙайлы ковид” менән теләһә ниндәй йәштәге кеше лә яфаланыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта был синдром COVID-19 инфекцияһын бик ауыр үткәреп, саҡ үлемдән ҡалғандарҙа ла, коронавирусты еңел генә кисергәндәрҙә лә барлыҡҡа килергә мөмкин, ти Британия ғалимдары. Фото: gdb.rferl.org Автор: Гүзәлиә Балтабаева https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/e---o-ayli-kovid-sindromi-t-gelme-515183/