Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
26 Октябрь 2020, 12:47

Ә һеҙҙең предприятиела медицина инспекторы эшләйме?

"Эйе, беҙ әлегә ойошмаларҙы ябырға уйламайбыҙ, тик тынысланырға ла ярамай", - ти Радий Хәбиров.

Билдәле булыуынса, Башҡортостандың предприятие һәм ойошмаларында медицина инспекторҙары эш башланы. Был хеҙмәткәрҙәр эш урындарында санитария-эпидемиологик талаптары үтәүҙе контролдә тоторға тейеш. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә уларҙың эшмәкәрлегенә тәүге баһа бирелде. – Коронавирусҡа бәйле хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙә предприятиеларҙы ябыу тураһында уй ҙа юҡ, – тине Радий Хәбиров. Шулай итеп хәҙер республикала антиковид инсекторҙары институты булдырылды. Предприятиеның бер хеҙмәткәре көн һайын эшселәрҙең тән температураһын үлсәй, битлек режимын үтәүҙе тикшерә һәм башҡа профилактик сараларҙы башҡара. Башҡортостан дәүләт медицина университеты белгестәрҙе өйрәтеү өсөн махсус курс әҙерләгән. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең урынбаҫары Ринат Бәширов белдереүенсә, бөгөн республикала 4771 инспектор билдәләнгән. Уларҙың 122-һе – муниципаль берәмектәр хакимиәтендә, 72-һе – власть органдарында һәм 4573-ө – ведомстволарға ҡараған учреждениеларҙа. Үткән аҙна дауамында бындай инспекторҙар бик күп ҙур предприятиеларҙа ла тәғәйенләнгән. 22 октябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, сәнәғәт предприятиеларында 292 инспектор эшләй. Бынан тыш, инспекторҙар ҙур сауҙа селтәрҙәрендә һәм сауҙа үҙәктәрендә лә бар. Ринат Бәширов фекеренсә, был режимды аныҡ үтәү яҙ көнө булған кеүек предприятиеларҙы карантинға ябыу һәм иҡтисадтың кире йоғонтоларына альтернатива булып тора. Радий Хәбиров белдереүенсә, тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Контроль идаралығы етди тикшерә. Әлеге ваҡытта тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 21 объектта режим үтәлмәй. – Мәҫәлән, Учалы районы хакимиәтендә кешеләрҙе үткәреү режимы ойошторолмаған, тән температураһын үлсәү башҡарылмай, – тине Радий Хәбиров. – Бик күп предприятиелар был режимды үтәй. Әле был - иң мөһим бурыс. Эйе, беҙ әле ойошмаларҙы ябырға уйламайбыҙ, тик тынысланырға ла ярамай. Фото: ok.ru Автор: Альфия Мингалиева https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/e-e-predpriyatiela-meditsina-inspektori-eshl-yme-515297/
Читайте нас: