Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Октябрь 2020, 21:35
"Яза бигерәк ҡаты..."
Тәүтикшереүсене көсләгәне өсөн хөкөм ителгән элекке полиция хеҙмәткәренең адвокаты нимә эшләргә йыйына?
Экс-тәүтикшереүсене көсләүҙә ғәйепләнеп хөкөм ителгән Эске эштәр министрлығының Өфө районы миграция мәсьәләләре буйынса бүлегенең элекке начальнигы Павел Яромчукты тәфтиш изоляторына карантинға күсергәндәр. Сентябрь аҙағында уны Түбәнге Тагилдан алып килделәр, унда тәртип һаҡлау органдарының элекке хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус колонияла ултыра ине.
Экс-полиция хеҙмәткәренең адвокаты Наил Баһауетдинов “Башинформ” агентлығы журналистарына уны ниңә карантинға ябыуҙарын аңлатҡан.
"Тәртип шундай. Әгәр кеше ҡайҙандыр йәки икенсе колониянан килһә, йә тәфтиш изоляторына беренсе тапҡыр эләкһә, уны карантинға ябалар. Яҡын арала Павел Яромчукты дөйөм камераға күсерәсәктәр. Ә һуңынан тағы һорау аласаҡтар", – тип белдерә адвокат.
Наил Баһауетдинов үҙенең яҡланыусыһы менән осрашырға йыйына. "Һөйләшергә кәрәк, күптән күрешмәнек. Уны ни өсөн Өфөгә алып килгәндәрен белмәйем", – ти ул.
Мәғлүм булыуынса, был яңғырауыҡлы ваҡиғала ҡатнашҡандарҙың бөтәһен дә Һамарҙағы кассация судында көтәләр, унда барыһының да ялыуҙары ҡараласаҡ. Павел Яромчук ситтән тороп – видеоконференция бәйләнеше аша ҡатнашасаҡ.
Адвокат тәүтикшереүсене көсләү буйынса хөкөм ителгән Павел Яромчукка бик ҡаты яза бирелгән тип иҫәпләй. Билдәле булыуынса, Башҡортостандың Юғары суды, реабилитациялау хоҡуғын биреп, был енәйәт эше фигуранттары Эдуард Матвеев менән Салауат Ғәлиевте аҡланы. Павел Яромчук иһә дүрт йылға колонияға оҙатылды, ул шулай уҡ 500 мең һум күләмендәге әхлаҡи зыянды ла ҡапларға бурыслы.
Фото:
ufa.bezformata.com
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Yaza-biger-k-ati-511429/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?