Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Октябрь 2020, 21:44

Йәлләү, ерәнеү түгел, ә ярҙам кәрәк

Был “армия”ны нисек кәметергә? Уларҙың күбеһе үҙ ихтыяры менән был көнгә төшмәгән бит.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙа эксперт советы ултырышында ҡатнашыусылар асарбаҡтар өсөн социаль-реабилитация үҙәктәре кәрәклеген, әммә бының өсөн бюджетта аҡса юҡлығын билдәләне. Ысынлап та, был - үҙәкте өҙгөс ҡырҡыу мәсьәләләрҙең береһе.
Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республикала өйһөҙ-ерһеҙ берәҙәктәр һаны дүрт-биш мең тирәһе. Улар йәмәғәтселектә йәлләү, ҡайһы саҡта ерәнеү тойғоһо уятыуы ла сер түгел. Барыһынан да элек ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам кәрәк. Әлеге ваҡытта республикала бындай комплекслы социаль үҙәк Өфөнөң Колгуев урамында эшләй. Унда ашығыс социаль ярҙам күрһәтелә, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым бирелә, юридик һәм психологик консультация алырға мөмкин. Тик бер үҙәк кенә республика өсөн бик аҙ, өҫтәүенә ҡайнар аш менән туҡландырыу ҙа ҡаралмаған.
Бынан тыш, Өфөлә иҫеректәр өсөн ике социаль-реабилитация үҙәге бар, береһе - Карл Маркс, икенсеһе Еңеү урамдарында. Быйыл уларға туғыҙ ай эсендә эскән килеш 6 356 граждан эләккән, шул иҫәптән 4 722-һе - берәҙәк. Республика дауаханаларында ошо йылда 730 асарбаҡты дауалағандар. Сирҙәре билдәле инде: йә аяҡ-ҡулдарын туңдырғандар, йә утта янғандар, шулай уҡ тире ауырыуҙарына дусар булғандар күп. Республикала граждандарҙың ошо категорияһы менән эшләгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа бар. Баш ҡала хакимиәте урынбаҫары Рөстәм Ғәзизовтың әйтеүенсә, Өфөнөң үҙәк өлөшөндә тап шундай үҙәк булдырыр кәрәк.
Берәҙәктәр йыш ҡына енәйәт ҡыла, үҙҙәре ҡорбанға әүерелә. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев фекеренсә, уларға ярҙам итеү менән бергә асарбаҡлыҡ һәм ассоциаль тормош алып барыуҙы иҫкәрткән сараларға иғтибар йүнәлтеү кәрәк.
Берәҙәктәр “армияһы”н нисек кәметергә? Уларҙың күбеһе үҙ ихтыяры менән был көнгә төшмәгән. Уларға хоҡуҡи статус биреү һәм хәлдән сығыу өсөн мөмкинлек булдырыу – көн талабы. “Был федераль кимәлдәге мәсьәлә, әммә беҙ ҙә үҙ яғыбыҙҙан аналитик эш алып барырға һәм тәҡдимдәр менән сығырға тейешбеҙ”, - тине парламент спикеры.
Андрей Старостин фотоһы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: