Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Октябрь 2020, 10:00

Улының кәүҙәһен йылғаға ташлағандар...

Ошо көндәрҙә Силәбе ҡалаһында теркәлгән аяныслы ваҡиға бар халыҡты шаҡ ҡатырҙы: Башҡортостандан булған йәш ата-әсә ете айлыҡ сабыйының мәйетен Мейәс йылғаһына ырғытҡан һәм полицияға, баланы урланылар, тип хәбәр иткән.

24 йәшлек йәш әсә белдереүенсә, 22 октябрҙә уны урамда кемдер көләпәрәһенән тарта, ҡатын йығыла, аңын юғалта. Иҫенә килгәндә, коляскалағы улы ла, сумкалағы аҡсаһы, телефоны, асҡыстары ла булмай. Әммә быларҙың барыһы ла алдан уйланылған сценарий буйынса һөйләнә. Күп тә тормай полиция хеҙмәткәрҙәре дөрөҫлөктө аса: бала алдан үлгән булған, ата-әсә уның кәүҙәһенән ҡотолоу өсөн йылғаға ташлаған. Асыҡланыуынса, сабый ауырыған. Ул вафат булғас, йәш ата-әсә шундай сценарий төҙөргә ҡарар иткән...
Йылғанан баланың кәүҙәһе сығарылып, үлем осрағын асыҡлау маҡсатында суд-медицина экспертизаһына оҙатылған. Тикшереү комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан, төп ғәйепләнеүселәр - ата-әсәһе.
Асыҡланыуынса, ғаилә социаль яҡтан имен булмаған, әммә иҫәптә тормаған. Эсергә яратҡан йәш әсә сабыйы тыуыу менән уны дәүләт ҡарамағына тапшырыу өсөн ғариза яҙған. Йәй иһә баланы кире алған, әммә улы ғаиләлә бер нисә ай ғына йәшәп өлгөргән.
Ире-ҡатынлы Силәбегә яңыраҡ күсеп барған, ҡуртымға алынған фатирҙа көн күргән.
Фото: ufa.kp.ru
Автор: Карима Усманова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: