Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Октябрь 2020, 10:05

"Һин мине юғалтыуҙан ҡурҡа инең, әммә..."

Октябрьский ҡалаһында фажиғәле хәл теркәлгән, тип яҙа “КП-Өфө” үҙенең порталында. Сәйер сәбәптәр менән йәш әсә мәрхүмә булған.

Ҡатындың үле кәүҙәһен ире ванна бүлмәһендә таба. Кәләше менән ни булғанын ул һаман да аңлап етә алмай, яҡындары ла был хәлдән шаңҡыған. Ҡатынды 22 октябрҙә ерләгәндәр. Уның бер йәшлек ҡыҙы ҡалған.
Ире социаль селтәрҙәрҙә үҙенең ҙур ҡайғыһы, йөрәк әрнеүе менән бүлешкән: “Рәхмәт һиңә ҡыҙыбыҙ өсөн. Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә. Һин яратҡан ҡатын, ҡыҙыбыҙға яҡшы әсәй булдың. Ике йыл бергә йәшәү ваҡытында тормошомдо үҙгәрттең. Һин мине иң бәхетле иттең... Беҙ бергә күп ауырлыҡтар кисерҙек. Һин мине юғалтыуҙан ҡурҡа инең... Әммә үҙең беҙҙе ташлап киттең...”
Тормошта ниндәй генә хәлдәр осрамай. Бер-беребеҙгә, яҡындарыбыҙҙың күңел торошона ҡарата иғтибарлыраҡ булһаҡ ине.
Фото: "КП-Өфө".
Автор: Миләүшә Сайтакова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: