Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Октябрь 2020, 18:59

ҺУҢҒЫ ОСРАШЫУ Мәүлит Кәрими

Туҡтаймы был ямғыр бөгөн, юҡмы?! Күк көмбәҙенең төбө тишелгән тиерһең, биҙрәләп үк ҡоймаһа ла, икенсе көн яуған ыуаҡ ҡына ямғыр тәҡәтте ҡоротто. Иртәнсаҡ телевизорҙан әйтһәләр ҙә: ,,Республиканың таулы райондарында яуым-төшөм көтөлмәй,”- тип, ышан инде шуға! Күп ваҡыттағыса тағы яңылыштылар. Тәбиғәт менән дә, кеше менән дә алда нимә буласағын бер кем дә дөрөҫ кенә әйтә алмаған! ,,Иртәгәһе һауа торошон иртәнән һуңға тыңлағыҙ!”- тигән кеүек, кеше лә үҙен нимә көткәнде аҙаҡтан ғына белә.Яуған ямғырға, ана, күләүектәр күбекләнеп тора. Оҙаҡҡа һуҙылырға итә, күрәһең. Яуһын да! Рим быға артыҡ бошонманы ла. Киреһенсә, эстән ҡыуанды ғына.

Ул төҙөлөштә ташсы булып эшләй. Бөгөн уға төнгө сменаға ине. Асыҡ һауала, арҡаңа үтәнән-үтә яуып торғанда, нисек эшләмәк кәрәк. Бригадирҙары үҙе үк барыһына ла алдан, әгәр ямғыр туҡтамаһа, килмәҫһегеҙ тигәйне. Шуның өсөн аяҙ көндәрҙә, алһыҙ-ялһыҙ, ун икешәр сәғәт эшләйәсәктәр бит.

Тик Рим ҡатыны Гөлгөнәгә был турала әйтеп торманы. Көндәгесә йыйынды ла, эшкә тип, ҡоро ғына хушлашып сығып китте. Ҡатынын шикләндермәҫ өсөн термосҡа аш һалып алды.

Гөлгөнә: ,,Ямғыр яуып тора, ниңә машина менән генә бармайһың?”-тиеүенә, ,,Торһон, шәкәр түгелмен, иремәм,”-тип кенә яуапланы. Нимә ,,торһон”, ямғыр яуып торһонмо, әллә машиналары торһонмо, Гөлгөнә аңламай ҙа ҡалды.

Рим маршрут Газеленә инеп ултырғас, еүеш сәстәрен артҡа һыпырҙы ла, телефонын алды:

-Мин уже маршруткала, берәй ун биш минуттан ,,ЖД” ла булам, килеп ет,- тип, кемгәлер шылтыратты һәм телефонын бөтөнләйгә һүндереп сумкаһына һалды.

Ул туҡталышта төшөүгә янына ҡара төҫтәге ,,десятка” машинаһы килеп тә туҡтаны. Рим уға ултырыуы булды, еңел автомобиль һә тигәнсе Тимер юл ҡасабаһын артта ҡалдырып ҡараңғылыҡта юғалды. Уның баҙлаған артҡы уттары ғына бер аҙ күренеп торҙо.

* * *

Гөлгөнә Римде оҙатҡас кухняла һауыт-һабаны йыйыштырҙы ла залға уҙып телевизор ҡабыҙҙы. Тик алтмышлап каналдың береһенә лә күңеле ятмай ҡулындағы пульттың кнопкаһын баҫҡылауын белде. Бүлмәлә берәйһе булһа ул күрер ине, Гөлгөнәнең нисек үҙенә урын тапмай өҙгөләнгәнен. Ошо буш фатир эсендә уның күңелендә лә бушлыҡ ине.

Ул балконға сыҡты. Ҡараңғы төндә ямғыр һибәләй. Рим һыуланып, өшөп кенә эшләп йөрөй инде, тип борсолдо. Шундай ямғыр ваҡытында ла эшләтмәһәләр нимә булған. Ярай, исмаһам, йылы вагончиктарында кәрт һуғып ултырһалар. Рим:,,Сменала саҡта шылтыратып бимазалама!” тиһә лә, Гөлгөнә уның номерын йыйҙы. Тик бушҡа ғына - Рим трубканы алманы.

Гөлгөнә тағын да нығыраҡ борсола башланы. Етмәһә, йөрәген шомға һалып, ашығыс елгән ,,Тиҙ ярҙам” машинаһының сирена тауышы ишетелде.

Балконда, ғөмүмән, ямғыр ваҡытындағы ошо һалҡынса саф һауаны һулап тор ҙа тор ине! Ул инеп телевизорҙы һүндерҙе лә бүлмәһенә уҙҙы. Йоҡоһо килмәһә лә ятырға кәрәк, ял итергә, иртәгә эшкә. Рим төндән ҡайтып та өлгөрмәй, ул китә. Тик нишләп яуап бирмәй һуң?!

Гөлгөнә үҙенә урын йәйҙе лә ваннаға инде. Душ ҡойоноп алғас еүеш сәстәрен, баҡсала эшләгәндә ҡояшта янған һомғол кәүҙәһен йомшаҡ таҫтамал менән һөртә - һөртә көҙгөгә ҡараны. Һөйләп кенә аңлата алмаҫлыҡ матур буй – һынына, үҙенең сафлығына һоҡланып түгел, ә йәлләү, ҡыҙғаныс менән. ,,Кемгә кәрәк минең буй – һыным, матурлығым, тыштан ялтырауым, ә эстән ут йотоп йәшәүем?! Ҡайҙа икән ул Рим менән өйләнешкән саҡтағы бәхетле минуттар?! Һәм айҙан - айға, йылдан – йылға тик кәмей, һүнә барған ул мөхәббәт ялҡыны. Бәхетһеҙмен, бәлки ғүмерлеккә шулай бәхетһеҙ ҡалырмын! Ҡатын – ҡыҙ өсөн иң изге, иң күркәм, иң татлы бәхетте тоя алмайым - әсә булыу бәхетенән мәхрүм мин,”-тип ҡарай ине уның күҙҙәре көҙгөгә.

Рим менән ун йыл бергә йәшәйҙәр – балалары юҡ. Йөрөмәгән ҡала – ауылдар, булмаған больницалар, врачтар, хатта күрәҙәселәре, им – томсолары ҡалманы. Барыһы ла бушҡа ғына! Кемдә ғәйеп?!

Эйе, Рим һиҙҙермәҫкә тырышһа ла яйлап Гөлгөнәнән һыуына, ситләшә башлағайны. Йөрәкте бит алдап булмай, ул барыһын да һиҙҙе. Бар ҡурҡҡаны Римде юғалтыу. Уны тик бала ғына тотасаҡ! Сөнки Рим шундай бала ярата. Ана, ауылда, Гөлгөнәнең һеңлеһе Гүзәлдең ике йәшлек Айгөл исемле ҡыҙы бар. Үҙ балаһы кеүек күрә Айгөлдө Рим. Барған һайын төрлө уйынсыҡтар...

Гөлгөнәне һиҫкәндереп телефон шылтыраны. Ул, ниһәйәт, Рим шылтыратты тип, ҡыуанып телефонын алғайны, яңылышҡан икән. Һеңлеһе Гүзәлдең килеп – китеп йөрөгән өйҙәш ире булып сыҡты. Яңғыҙ, ирһеҙ көйө табып, Айгөлдө бер үҙе тәрбиәләгән Гүзәл, ҡайҙалыр танышып, ҡала баҙарында емеш – еләк менән һатыу итеүсе Кавказ егете Рафикты өйҙәш итеп индереп алғайны. Уныһы онотҡанда бер генә Гүзәл янына килеп сыға. Ҡабаттан индерә бит әле шуны һеңлеһе! Рафиктың алып биргән иҫке машинаһына иҫе киткәндер инде.

-Гуля,- тине ул Гөлгөнәгә,- Гүзәл һеҙҙә түгелме? Мин һуң ғына ҡайтып ингәйнем, өйҙә юҡ. Телефонын да алмай. Айгөлдө яңғыҙ ҡалдырып машинала сығып киткән. Эскән дә булһа кәрәк, өҫтәлдә башланған араҡы шешәһе ултыра. Айгөл дә илап уянды, нишләргә?!

-Юҡ, юҡ, Рафик, килмәнесе. Әллә, хәҙер килеп етмәһә?! Һуңыраҡ хәбәр итермен, йәки үҙең шылтыратырһың! Айгөлдө ҡалдырғас оҙаҡҡа китмәгәндер, ҡайтыр тиҙҙән!

Ну был Гүзәл! Елбәҙәк ҡыҙыҡай! Бәләкәйҙән шулай булды, Гөлгөнәнең киреһе. Гел малайҙар менән уйнаны, хатта апай тип уны эшкә лә һынаманы. Ул нимә, ата - әсәһенең бар уйы, ҡайғыһы булып үҫте Гүзәл. Хәҙер Гөлгөнә уйланырға тейеш! Балаһын ҡалдырып әллә ҡайҙа сығып киткән, етмәһә, эскән дә. Ниндәй төн булды әле ул бөгөн?! Ул Гүзәлдең номерын йыйып ҡараны, теге башта тик оҙон гудоктар ғына ишетелде.

Гөлгөнә йоҡларға ятырғамы - юҡмы тип тора ине, тағы Рафик шылтыратты:

-Гуль, ниндәй яңылыҡтар бар? Бында Айгөлдө тынысландырып булмай, илай. Гүзәл бер – бер ҡайтмаһа, белмәйем нишләргә? Таңға миңә китергә кәрәк. Бәлки, килеп Айгөлдө алып ҡайтырһың . Такси тот та, үҙем түләрмен.

-Гүзәл трубкаһын алмай. Ярай, оҙаҡламай килеп етермен, - нисек тыңламаһын инде, ризалашты. Унда барып килгәнсе күп ваҡыт уҙмаҫ , барыбер йоҡлай алмаҫ ине. Иртәнсаҡ эшкә лә Рим ҡайтҡас китер. Бөҙрәханала иртә менән эш тә булмай. Хужабикәһен телефондан иҫкәртер әле. Гөлгөнә такси саҡыртты ла кейенә башланы. Эх, үҙе йөрөтә белмәй шул машинаны!

Ауылға тиклем ярты сәғәтлек юлдыр, күп булһа. Төндә машиналар аҙ, ҡаланы ла, унан Тимер юл ҡасабаһын да бик тиҙ сығып киттеләр. Таксист йәш булһа ла тәжрибәле тойола, яуып торған ямғырға, фара яҡтыһына сағылған юл насар күренгәнгә, машинаһын йән – фарман ҡыумай.

Ҡаршыларына, сигнал уттарын, сиренаһын ҡабыҙған, шәп тиҙлектә килеүсе ,,Тиҙ ярҙам” машинаһы осраны. Гөлгөнәнең йөрәге ниҙер һиҙенгәндәй семетеп ауыртып ҡуйҙы. Ул артына әйләнеп, ,,Тиҙ ярҙам” күҙҙән юғалғансы, уны ҡараштары менән оҙатып ҡалды.

Һарҡыуҙағы боролошто уҙғайнылар, алда, туҡтап торған бер – нисә машинаның фара уттары күренде. Таксист тә тиҙлеген кәметеп барып туҡтаны.

-Авария,- тине ул ғәмһеҙ генә, әйтерһең, сәғәт һайын авария күреп күнеккән.

Гөлгөнә зонтын да алмай тышҡа уҡталды. Юл ситендә мороно ныҡ бәрелеүҙән иҙелгән йөк Газеле аунап ята. Ә юлдың икенсе яғында, машина ҡиәфәте лә ҡалмаған, йәмшәйеп бөткән консерва банкаһын хәтерләтеп, тимер өйөмө тора. Газель менән бәрелешкән еңел машина, күрәһең, бер – нисә тапҡыр әйләнеп, юлдан апаруҡ алыҫҡа осҡан. Гөлгөнә тая –тая йүгереп төшөп уның янына килде. Ҡара төҫтәге ,,десятка”ның номерҙарын күргәс йөрәге туҡтағандай булды. Машина Гүзәлдеке ине... Тик үҙе бер ҡайҙа ла күренмәй.

-Ҡайҙа, ҡайҙа водителе? Гүзәл ҡайҙа?- ул ашығып шундағы автоинспекторҙы елтерәтте.

-Тынысланығыҙ, тынысланығыҙ! Әле генә уларҙы больницаға оҙаттыҡ. Өсөһө лә бик ауыр хәлдә. Руль артында ултырған йәш ҡатын танышығыҙмы әллә?

-Бер туған һеңлем. Ниңә, ул бер үҙе түгел инеме ни?

-Икәү инеләр, янындағы пассажир ире булһа кәрәк. Өсөнсөһө Газелдең шоферы.

-Юҡ, Гүзәлдең ире түгел, белмәйем кемдер. Ә авария кем ғәйебе арҡаһында килеп сыҡҡан?

-Асфальттағы тәгәрмәс эҙҙәренә ҡарағанда, һеңлегеҙ тормозға ла баҫып өлгөрмәгән. Һәм ул ҡаршы йүнәлештән килеүсе Газелгә бәрелгән. Еүеш асфальт, боролош, шәп тиҙлектә йөрөү. Әле асыҡларбыҙ, туғаным! Мөһиме - һау булһындар!

Гөлгөнә Рафикҡа шылтыратты:

-Гүзәл аварияға эләккән, ауыр хәлдә больницаға оҙатҡандар. Машина нисекме? Һиңә машинаң ҡәҙерлерәкме?! Килеп ал, йыраҡ түгел! Айгөлдө алып кил! Мин хәҙер Гүзәл янына китәм.

-Был телефон һеңлегеҙҙекелер, алығыҙ! Унда сумка ла бар,- автоинспектор Гөлгөнәгә телефон тотторҙо ла машинаһынан яуырынға аҫмалы бер ҡара сумка алып килде.

Сумка хас Римдекенә оҡшағайны. Гөлгөнәгә эҫеле – һыуыҡлы булып китте. Ул ҡабаланып сумканы асты. Унда йәмшәйгән, ашы түгелгән, иренең термосы. Гәзиткә төрөлгән икмәге еүешләнеп, иҙелеп бөткән. Эйе – эйе, сумка Римдеке ине, ул әҙ генә лә яңылышманы!

Гөлгөнә башы әйләнеп еүеш, бысраҡ ергә сүгәләне. Ул әле нимә кисергәнен үҙе аңламаны.

-Һеҙгә ни булды? Ярҙам кәрәкмәйме?- автоинспектор эйелеп уның ҡулынан тотто.

-Юҡ, юҡ, хәҙер. Әйтегеҙсе, ,,десяткалағы” ирҙең хәле үтә ауырмы, ул аңында инеме?

-Улар бит машинала ҡыҫылып ҡалғайнылар. Ҡайырып саҡ алдыҡ. Икәүһе лә күп ҡан юғалтҡан. Сығарғансы аңында ине әле... Борсолмағыҙ, һауығырҙар!

Тиҙҙән үҙ машинаһында Рафик килеп етте. Гөлгөнә Айгөлдө күтәреп алып таксиға ултырҙы ла улар кирегә, ҡалаға табан юлланды.
Гөлгөнәнең әле күргәндәре, кисергәндәре бер нисек тә башына һыйманы. Эшкә тип сығып киткән Рим, төндә, уның һеңлеһе менән аварияға эләккән! Электән үк йөрөгәндәр инде, ә ул, һуҡыр, шуны күрмәгән! Шаярыуҙарына, ҡосаҡлашыуҙарына иғтибар ҙа бирмәгәйне шул. Ниндәй еҙнә балдыҙы менән шаярмай?! Ул алдында йоҡлап килгән Айгөлгә ҡараны. Тимәк, һин Римдең ҡыҙы!!! Тиккә төрлө - төрлө уйынсыҡтар алмаған икән Рим, тиккә үҙ балаһылай яратмаған! Айгөл Гөлгөнәгә тәүҙә сит, ят, хатта сирҡаныс тойолдо. Ул баланың тыныс ҡына, мышнап йоҡлап ятҡан йөҙөнә ҡабаттан ҡараны: ,,Эх һин, бәләкәсем! Һинең ни ғәйебең бар! Миңә хәҙер кем булаһың инде, һеңлеме, ҡыҙмы?!” Гөлгөнә Айгөлдө күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫты.
Килә биргәс ул Римдең сумкаһын асты. Уның кеҫәһендә һүндерелгән телефон ята ине. Ә икенсе бүлегенән өр яңы, коробкаһы менән уйынсыҡ кукла килеп сыҡты. ,,Ныҡ яратҡан шул һине атайың, Айгөл!” Гөлгөнә Римдең телефонын ҡабыҙҙы. Унда Рим һуңғы тапҡыр Гүзәлгә шылтыратҡан һәм көндөҙ ҙә бер тапҡыр һөйләшкәндәр.
Ауыр, аңлайышһыҙ һәм ҡайғылы уйҙар менән ул больница ҡаласығына килеп етте.
* * *
Рим күҙҙәрен асты. Ни булған, ҡайҙа ята? Ҡыбырлай ҙа алмай, бөтә тәне һыҙлай, ойоған. Ап- аҡ түшәм, стеналар. Башын саҡ – саҡ борғайны, тумбочка өҫтөндә ултырған кукланы күргәс, ниҙер иҫенә төштө. Үҙен упҡынға осоп барғандай хис итеп, хәлһеҙ бармаҡтарын юрғанына батырҙы, күҙҙәрен йомдо. Ҡалҡынырға теләгәйне лә, әйтерһең, арҡаһы аша электр тогы үткәрҙеләр, бик ныҡ ауыртыуҙан тештәрен ҡыҫып ҡабаттан карауатына ауҙы.
Гөлгөнәне төндә уның янына үткәрмәнеләр ҙә. Римгә ашығыс операция яһайҙар ине. Ә бына Гүзәл... Ул больницаға ла етмәй, алған йәрәхәттәренән йән биргәйне...
Гөлгөнә, декрет ялында ултырған әхирәтенә Айгөлдә ҡалдырып, таң менән Рим янына ашыҡты. Саҡ төштән һуң ғына Рим иҫенә килде. Гөлгөнә уның ҡыбырлағанын күреп урынынан торҙо:
-Рим, Рим, уяндыңмы..., ҡәҙерлем? Ас күҙҙәреңде! Хәҙер, хәҙер табип саҡырам,- ул, үҙенә нисек кенә ҡыйын булмаһын, Римгә йылы өндәшергә тырышты. Уның хәлһеҙ ҡулдарынан тотто.
-Гөлгөнә?! Һин..., һин бында, янымда?! Ҡайҙан белдең авария тураһында? Гүзәл әйттеме? Ул нисек? Гөлгөнә, беҙ бергә инек бит машинала, Гүзәл нисек?- Римдең күҙҙәренә йәш эркелде.
-Һиңә тулҡынланырға ярамай, Рим, тыныслан! Гүзәл..., ул икенсе палатала.
Рим, әйтерһең дә, ауыртыныуҙан, һыҙланыуҙан ҡурҡҡан кеүек, ятҡан урынына нығыраҡ һеңгәндәй тойолдо. Ҡарашы түшәмгә текәлеп ҡатып ҡалды.
Палатаға ингән табип Гөлгөнәнең сығыуын һораны. Ул, коридорҙа торған диванға, аяҡтары хәлһеҙләнеп ултыра төштө. Әллә больницалағы дарыу еҫенән, әллә башҡа сәбәптән, күҙ алдары ҡараңғыланды, күңеле болғанып ҡоҫҡоһо килде.
Бер аҙҙан табип килеп уның янына ултырҙы:
-Һеҙ бик ныҡ ҡайғырмағыҙ, һеңлем! - тине ул Гөлгөнәнең ағарынған, төҫө ҡасҡан йөҙөнә ҡарап, - ауырыуҙың хәле уртаса, организмы йәш – йүнәләсәк! Уға ҡойған донор ҡаны ла тиҙ генә ыңғай йоғонто бирмәйәсәк. Тик бына, арҡа һөйәге һынғанда нервылары йәрәхәтләнгән, аяҡҡа баҫыуы икеле. Барыһына ла әҙер булырға кәрәк!
Гөлгөнә уны ишетһә лә иғтибар итмәне. Иң мөһиме–Рим тере! Ниндәй генә хәлдә ҡалмаһын: постелдәме, инвалид коляскаһындамы – тере генә булһын! Айгөл хаҡына, исмаһам, тере ҡалһын! ,,Гүзәл тураһында ишетер әле, һауыға бирһен, хәҙер уға тыныс булырға кәрәк!”- тип уйланы Гөлгөнә. Ысын яратҡандармы бер – береһен, юҡмы, быныһы уның өсөн мөһим түгел ине.
Нимә булһа ла булғандыр инде. Бәлки ҡоро мауығыу ғыналыр, бәлки Гөлгөнә үҙе ғәйеплелер. Нисек кенә уйлаһаң да, Гүзәлде кире ҡайтарып булмай! Иртәгә уны ерләйәсәктәр. Айгөл генә етем ҡалды! Юҡ – юҡ, Гөлгөнә уны бер кемгә лә бирмәйәсәк. Атаһы бар, ә ул әсәһен алыштырыр! Рим ысын күңелдән риза ғына буласаҡ!
Күңеле болғанһа ла ул урынынан торҙо, китергә ваҡыт. Тиҙҙән Рафик Гүзәлдең кәүҙәһен алып ҡайтырға килеп етер. Иртәгә әллә килә ала, әллә юҡ, Рим менән хушлашырға палатаға инде. Ул ыңғырашып, ауыр тын алып йоҡлай ине. Күрәһең, табип тынысландырыр өсөн укол эшләгән. Гөлгөнә уның өҫтөн ипләштереп япты ла, маңлайынан, ирененән, еңелсә генә ҡағылып үбеп, палатанан сыҡты.
* * *
Иртәнге ҡояш нурҙары ап – аҡ палата эсен тағын да нығыраҡ яҡтыртты. Шундай сафлыҡ, таҙалыҡ. Тик дарыу, тир еҫтәре был сафлыҡты юҡ итергә тырыша һымаҡ. Инде бер – нисә көн яуған ямғыр ҙа туҡтаған, ниһәйәт, асыҡ форточка аша шыптырлап тамған тамсы тауышы түгел, ә ҡоштар сутылдашҡаны, иртә менән эшкә китеүселәрҙең һөйләшкәне ишетелә.
Рим төндә әҙ генә лә йоҡлай алманы. Гипсланған тәне ҡысытып һыҙланы. Таңға төш күреп йоҡлап ҡына киткәйне, бүлмәгә үтеп ингән ҡояш нурҙарына уянып йоҡоһо осто.
Ул төшөндә Гүзәлде лә, Гөлгөнәне лә күрҙе. Машинала китеп баралар, имеш. Руль артында йә Гүзәл ултыра, йә Гөлгөнә. Шуныһына Рим ҡыуанды: аварияға эләкмәнеләр. Әллә, эләгеп өлгөрмәнеләр. Ярай уянды әле. Ул, аңына килгәне бирле инде нисәнсе тапҡыр, Гүзәл менән булған һуңғы, фажиғәле осрашыуҙы иҫенә төшөрҙө.
Әгәр ямғыр туҡтамаһа, телефон аша, алдан осрашырға килешкәйнеләр. Римдең бигерәк тә Айгөлдө күргеһе килгәйне. Уға алған бүләге лә бар ине. Сөнки яңыраҡ ҡына Айгөлгә ике йәш тулды, ә улар Гөлгөнә менән бара алмағайнылар. Дөрөҫө, Рим ҡатыны менән Гүзәл янында һирәгерәк булырға тырышты. Ҡатынының һиҙенеүенән ҡурҡа башлағайны.
Ул ямғырлы кистә, Римде туҡталышта ҡаршы алып ауыл яғына елдергәндә, Гүзәл бик сәйер күренде. Үҙенән араҡы еҫе килеп бәрелде, күҙҙәре илап шешенгәйне. ,,Артыҡ ҡыума, юл насар күренә, эскәнһең дә!”-тиеүенә, киреһенсә, машинаның тиҙлеген арттыра бирҙе.
-Етәр мине өйрәтергә барығыҙға ла, етәр! Ҡурҡһаң, бар, йәйәү атла! Нисек йөрөргә, нисек йәшәргә мин үҙем беләм. Һиңә лә етәр апайымды алдап йәшәргә! Бөттө, бөгөн һуңғы осрашыуыбыҙ. Һиңә бер мөһим һүҙем генә бар, шуны аҙаҡ ҡайтҡас әйтәм дә...
Гүзәл һүҙен тамамлап өлгөрмәне, боролошто уҙғанда, ҡаршы килгән машинаның ут яҡтыһы икеһенең дә күҙен сағылдырҙы. Аралар бик яҡын ине, Гүзәл тормозға баҫып та өлгөрмәне...
Ниндәй мөһим һүҙ әйтергә теләне Гүзәл? Рим өсөн барыһы ла сер булып ҡалды.
Был донъяла ары нисек йәшәргә? Гүзәл юҡ! Гөлгөнә ғәфү итерме? Айгөл менән ни булыр? Уны, минең ҡыҙым, тиһәм, Гөлгөнә аңлармы, кисерерме? Үҙемдең, ғәрип булып ҡалһам, кемгә кәрәгем тейер?! Врач тура ғына әйтмәһә лә уның тел төбөнән аңларлыҡ ине, Римде алданиндәй яҙмыш көткәнен. Иң яҡшы осраҡта – инвалид коляскаһы!
Эх, Гүзәл! Арбаның бит үҙеңдең гүзәллегең, дыуамаллыраҡ еңел холҡоң менән йәш ирҙең йөрәген. Юҡ, Рим үкенмәй ине. Бигерәк тә хәҙер, Гүзәл үлгәс. Ғүмерлеккә яҡты иҫтәлек кенә булып ҡаласаҡ! Уға ҡапыл ғына әүрәгәнен Рим аңғарманы ла. Етмәһә, Гөлгөнә менән аралары һыуына башлағайны. Балалары юҡлыҡтың сәбәбе ҡатынымда тип уйлаһа ла, уны кәмһеткән, йәберһеткән саҡтары булманы. Тик шулай ҙа үҙен Гөлгөнәнән өҫтөн тойҙо. Тәүҙә Гүзәлде ,,балдыҙым – яңғыҙым” тип шаяртып ҡына ҡосаҡлаһа, күтәреп алһа, аҙаҡтан бындай аралашыуҙар ҡайнар, ниндәйҙер эске, нескә теләктәр тыуҙырырлыҡ хәлгә әүерелделәр...
Айгөл донъяға килгәс Рим икеләнмәне лә, бала минән тип уйланы. Гүзәл ауырға ҡалғас та әйткәйне, атай булаң, тип. Икеләнерлек тә, шикләнерлек тә сәбәп юҡ ине. Һиҙҙеме Гөлгөнә был турала, юҡмы? Һиҙһә лә белгертмәнеме? Сөнки ул Римгә табынып ҡына һәм уны юғалтыуҙан ҡурҡып йәшәне. Ниндәй ҡатмарлы был тормош?! Рим бит тәүҙә үҙе Гөлгөнәне юғалтыуҙан бик ҡурҡа торғайны. Бер – береһенә үлеп тигәндәй ғашиҡ булдылар, яратышып өйләнештеләр. Кем ғәйепле уларҙың араһынан һалҡын ел иҫеүгә? Балалары булмаумы? Гүзәлме? Рим үҙеме? Тиҙ генә яуап таба алмаҫлыҡ мәңгелек һорауҙар...
Уйланыуҙарҙан Римдең башы тағы нығыраҡ ауыртты. Һыҙлаған арҡа һөйәге һулҡылдап үҙенең барлығын иҫкәртте. Ул барлыҡ ойоған тәнен ҡыбырлатмаҫҡа тырышып, башын ғына бороп, стеналағы сәғәткә ҡараны. Гөлгөнәгә килергә ваҡыт, нишләптер һаман юҡ. Шылтыратмай ҙа. Арып та бөттө инде Айгөл менән. Үҙем ятам бында, балаларҙан кәм түгел.
* * *
Гөлгөнә Айгөлдө карауатына йоҡларға һалды ла ваннаға инде. Уның һуңғы ваҡытта күңеле болғаныуы, ҡоҫҡоһо килеүе йышайҙы. Әле лә кранды асып һыу ебәреүе менән уҡшый башланы. ,,Әллә..., әллә ауырға ҡалдыммы?” тигән уй йәшен тиҙлегендәй мейеһен телеп үтте. Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Ҡыуанырғамы, иларғамы? Әллә ҡыуаныстан иларғамы?! Башын күтәреп көҙгөгә ҡарағайны, ысынлап та, күҙҙәренән көмөш тамсылар атылып сыҡты.
,,Алдан шатланырға кәрәкмәй, иртәгә табипҡа күренермен,” тип үҙен тынысландырырға итте. Ҡайҙа ул! Бер килеп кергән уйҙы баштан алып ташлап буламы ни. Йоҡларға ятҡас та тегеләй әйләнде, былай тулғанды. Ипләп кенә йомшаҡ эсенә ҡулын ҡуйып ҡараны. Үҙенә, хатта, эстә бала ҡыбырлағандай, уның кескәй генә йөрәге типкәндәй тойолдо.
Йүнләп йоҡлай алманы Гөлгөнә. Ул ирекһеҙҙән Гүзәл һеңлеһенең телефонын ҡулына алды. Күптәнән уны ҡарарға ниәтләнһә лә, ниңәлер тыйыла килде, ваҡыты ла булманы тиерлек. Телефондың аккумуляторы ултырғайны. Гөлгөнә уны көс йыйҙырырға розеткаға тоташтырыуы булды, СМС хәбәрҙәр килә башламаһынмы Гүзәлдең номерына. Ул кухняның ишеген ябып өл - гөрмәне, бәлки, телефондың таныш сигнал тауышыналыр, Айгөл ,,әсәй - әсәй” тип илап уянды. Гөлгөнә баланы йыуатып үҙе менән алып ятҡас ҡына Айгөл ҡабаттан йоҡлап китте.
СМС хәбәрҙәрҙең барыһы ла тиерлек Айҙар исемле кешенән ине. Гөлгөнәнең иҫенә төштө, эйе, өс – дүрт йыл элек Гүзәл Айҙар менән әҙерәк йәшәп алғайнылар. Тик ул танышы оҙаҡламай ҡайҙалыр китеп юғалды.
Гөлгөнәне ниндәйҙер көс бер СМС – ты асып уҡырға мәжбүр итте: ,,Һин нимә, Айгөл минән тип уйлайһыңмы?! Булмағайы! Ниндәй ирҙәр менән йоҡлағаныңды үҙең белмәйһеңме? Так что минең номерҙы онот һәм ғаиләм араһына кермә, а то...”- быныһы, датаһына ҡарағанда, Гүзәл һау саҡта килгән. Ә һуңғы, уҡылмаған хәбәрҙәрҙә күпме бысраҡ яҙылғайны. Гөлгөнә Гүзәлдең дә бер – нисә СМС – ын уҡығас шуны аңланы: Айгөл һис шикһеҙ Айҙарҙың ҡыҙы!
,,Меҫкен Рим! Ниҙәр генә уйланып, ҡайғырып, һыҙланып ятаһың инде унда. Күпме алданып йөрөгәнһең, Айгөл минең ҡыҙым, тип. Ярай, был сер минең йөрәктә генә һаҡланасаҡ, минән башҡа уны бер кем дә белмәйәсәк! Гүзәл иҫтәлегенә Айгөл һинең ҡыҙың булып ҡаласаҡ!”
Гөлгөнәгә ошо һуңғы араларҙа беренсе тапҡыр нисектер тыныс булып китте, хатта, донъяһы тулыланғандай тойолдо. Бына бит ул, килһә - килә икән шатлыҡ – ҡыуанысы ла, бәхете лә. Ул урынына ятып Айгөлдө ҡыҫып ҡайнар ҡосағына алды. Ҡыҙ бала татлы йоҡлай ине. Гөлгөнәнең дә күҙҙәренә йоҡо килде. Уның ҡарынында ғына саҡ йәшәй, үҫә башлаған бәләкәй бер йән эйәһе генә ҡыбырлап ҡуйҙы.
Йөҙөндә нурҙар балҡыған, шат Гөлгөнә ҡатын–ҡыҙҙар кабинетынан сыҡҡас та Айгөлдө күтәреп алды, сәғәтенә күҙ һалды:
- Әйҙә, ҡәҙерлем минең! Оҙаҡлап киттек сиратта тороп. Унда атайың зарығып бөткәндер беҙҙе көтөп, тиҙерәк барайыҡ, - ул бәхетле йылмайып Рим янына ашыҡты.
* * *
...Ҡала паркының матур аллеяһы буйлап яй ғына бик бәхетле, бик ғәҙәти булмаған ғаилә килә. Бәхеттәре уларҙың һәр береһенең шат йөҙөнә яҙылған. Атай кеше инвалид коляскаһында ултырһа ла уның йөҙөндә лә ҡайғы – хәсрәт һыҙаттары күренмәй. Уны этәреп килгән сибәр йәш әсәнең бар иғтибары етәкләшкән ике ҡыҙ балала. Өлкәненә биш, кесеһенә ике йәштәр самаһы.
Иртән ямғыр булырын әйтмәһәләр ҙә, көн боҙолоп, ҡара болоттар күк йөҙөн ҡаплай башланы. Асфальтҡа бер – ике тамсы тып итеп килеп тә төштө.
- Ямғырға эләкмәҫ борон йыйынайыҡ, Рим! Айгөл, Гүзәл, ҡайтабыҙ! Йыраҡ китмәгеҙ, әйҙәгеҙ машина яғына боролабыҙ! - Гөлгөнә Римдең коляскаһын бора башланы. Айгөл менән кескәй Гүзәл дә, шаярышып, уйнай – уйнай, атай - әсәләре артынан йүгерҙе.
Ейәнсура таңдары гәзите сайтынан алынды
Фото Т.Роза
Читайте нас: