Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Октябрь 2020, 17:07

Транспорт һалымы тураһында

Көҙ уртаһында бөтә автоһәүәҫкәрҙәргә лә “бәхет хаттары” килә. Һүҙ – транспорт һалымын түләү өсөн ебәрелгән квитанциялар тураһында. Уны 1 декабргә тиклем түләргә кәрәк. Быны эшләп өлгөрмәһәгеҙ, һеҙҙе штраф көтә. Быйыл был ғәмәлдең ниндәй нескәлектәре бар?

Күпме түләргә кәрәк?

Рәсәйҙә транспорт һалымын мотлаҡ рәүештә кешеләр ҙә, машиналары теркәлгән ойошмалар ҙа түләй. Коэффициентты иҫәпләүҙең төп алымы 2003 йылдан индерелгән һәм ошоға тиклем үҙгәрешһеҙ. Түләм күләме автомобилдең ҡеүә­тенән тора, шуға күрә хаҡтар айырыла ла.

Бөтә йыйылған аҡса төбәк ҡаҙнаһына йүнәлтелә, шуға күрә урындағы властар транспорт һалымы коэффициентын үҙаллы билдәләй, шулай уҡ айырым граждандар өсөн ташламалар билдәләй. Мәҫәлән, Мәскәүҙә двигателе 100 ат көсөнән кәмерәк булған машиналар бер ат көсө өсөн – 12 һум, 100-ҙән 125-кә тиклем – 25 һум, 125-тән 150-гә тиклем 35 һум түләй.

Ил буйынса иң түбән ставкалар Свердловск һәм Калининград өлкәләрендә билдәлән­гән. Бында ҡеүәте 100 ат көсөнән кәм двигатель өсөн 2,5 һум ғына түләнә. Башҡорт­останда ставка түбәндәгесә: ҡеүәте 100 ат көсөнә тиклем – 25 һум, 100-ҙән 150-гә тиклем – 35 һум, 150-нән 200-гә тиклем – 50 һум, 200-ҙән 250-гә тиклем – 75 һум һәм 250-нән юғары булһа – 150 һум.

Нисек һәм ҡасан түләргә?

Быйыл һалымды 1 декабргә тиклем түләргә кәрәк. Быны һалым инспекцияһынан квитанция алыу менән эшләргә була. Унда бөтә мәғлүмәт һәм реквизиттар күрһәтелгән. Ҡағиҙә булараҡ, квитанциялар алдараҡ килә йәки уны һалым хеҙмәте сайтында ҡарарға мөмкин.

Шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәт­тәре” порталында ла түләргә була. Бының өсөн унда тер­кәлеү кәрәк. Бынан тыш, пош­линаны теләһә ниндәй банк терминалы аша күсерергә мөмкин. Тик коронавирус пан­демияһы осоронда быны онлайн-сервис­тар аша башҡарыу хәүеф­һеҙерәк булыр.

Квитанция килмәһә, нимә эшләргә?

Закон буйынса ул түләү көнө етеүгә 30 көн ҡалғансы килергә тейеш. Әгәр ошо арауыҡта килеп етмәй икән, уның юғалыуы ихтимал. Был осраҡта һалым хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә һәм квитанцияның дубликатын ебә­реүҙе һорарға кәрәк. Ғәҙәттә, быға бер ай самаһы ваҡыт үтә, һәм һеҙгә ваҡытында түләмәгән өсөн штраф һалыуҙары бар, шуға күрә һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинет менән файҙаланыу тиҙерәк һәм уңайлыраҡ буласаҡ. Унда бөтә мәғлүмәт тә бар.

Пошлинаны нисек иҫәпләргә?

Ғәҙәттә, водителгә пошлина суммаһын үҙаллы иҫәпләү кәрәк түгел. Быны һалым хеҙмәте үҙе башҡара.
Дөрөҫмө-түгелме икәнлеген тикшергегеҙ килһә, махсус онлайн-калькуляторҙан файҙала­нырға була. Шуныһын да хәтерҙә тотоғоҙ: автоһәүәҫкәр үҙе түбән коэффициентлы төбәкте һайлай алмай. Машинаны уның хужаһы ҡайҙа теркәлгән, шунда ғына иҫәпкә ҡуйырға ярай.

Кем түләүҙән азат?

Рәсәйҙә транспорт һалы­мынан азат иткән льготалар күп. Был категорияға, мәҫәлән, автомобиленең ҡеүәте 70 ат көсөнән кәм булған автоһәүәҫ­кәрҙәр инә. Шулай уҡ транспортты халыҡты социаль яҡлау органдары аша алған инвалидтар һалым түләмәй.

Советтар Союзы геройҙары, радиация һәм нурланыуҙан зыян күргән хеҙмәт ветерандары, беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтары шулай уҡ был бурыстан азат ителгән. Пен­сионерҙарға килгәндә, ҡайһы бер төбәктәрҙә улар бөтөнләй түләмәй, башҡаларында ташламалар ҡаралған. Бәғзе бер төбәктәрҙә яңғыҙ әсәләр һәм күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә һалым түләмәй. Ҡайҙалыр электрокар хужалары һәм машиналары газда йөрөгәндәр был бурыстан азат. Полиция, “Ашығыс ярҙам”, МЧС машиналарына һалым һалынмай.

Льгота алыу өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты аша мөрәжәғәт ебәреү иң ҡулайы. Ғаризаны бер ай дауамында ҡараясаҡтар. Дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки почта аша ла эшләргә була. Тик был осраҡта оҙағыраҡ ваҡыт үтәсәк.

Түләмәһәң, нимә була?

Ваҡытында һалым түлән­мәһә, Һалым хеҙмәте өс ай эсендә тейешле талап ебәрә. Уны алыу менән һигеҙ көн эсендә бурысты ҡапларға кәрәк.

Өлгөрмәйһегеҙ икән, һеҙҙе судҡа биреүҙәре ихтимал. Һәр түләмәгән көн өсөн пеня һалынасаҡ, штраф та ҡаралған. Аҡсаны һеҙҙең банк картаһынан алыуҙары ихтимал.

Оҙайлы ваҡыт түләмәй кил­һәгеҙ, һеҙҙе сит илгә сығар­маясаҡтар, хатта күсемһеҙ милек һәм автомобилгә арест һалыуҙары бар.

Фото: privolzhskaya-nov.ru
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас в