Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Октябрь 2020, 18:35

Стәрлетамаҡта төҙөлөш нисек бара?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта төҙөлгән йоғошло ауырыуҙар үҙәге майҙансығында булып, эш барышы менән танышты.

Объекттың майҙаны – 14 мең квадрат метр, бина 312 ауырыуҙы һыйҙыра аласаҡ. Проектҡа ярашлы, бында ябай бокстар, реанимация палаталары, шулай уҡ бала тыуҙырыу, балалар, томография бүлексәләре, хирургия блогы, бак-лаборатория буласаҡ. Госпиталь биләмәһендә иһә - санавиация өсөн вертолет майҙансығы. Әле төҙөүселәр уның һәм һигеҙ корпус өсөн нигеҙ плитәләре һалған, инеү юлдарын эшләгән, электр тапшырыу линияһы үткәргән, буласаҡ 1-се корпустың металл конструкцияларын йыя башлаған. Майҙансыҡта тәүлек әйләнәһенә 150-нән ашыу кеше, шулай уҡ 64 берәмек техника эшләй. Әле 486 миллион һумлыҡ медицина ҡорамалы алыуға контракттар төҙөлгән. Госпиталде заманса медицина техникаһы менән йыһазландырыуға барлығы 795 миллион һум аҡса тотоноласаҡ.
Радий Хәбиров яңы дауахана өсөн персонал әҙерләүгә ныҡлы иғтибар бүлергә ҡушты. Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, төҙөлөш 1 декабргә тиклем тамамланасаҡ, 5 декабрҙә тәүге пациенттарҙы ҡабул итәсәктәр.
– Беҙ төрлө ғилми учреждениеларҙың күҙаллауҙарын ҡараныҡ: яҡын арала коронавирус менән сирләү кәмер тип уйларға нигеҙ юҡ. Шуға күрә сир хәүефенә ҡаршы тороу маҡсатында төрлөсә әҙерләнәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был дауахана коронавирус инфекцияһы үткәс, тиҙ генә күп профилле үҙәккә әйләнә аласаҡ. Бында бала табыу бүлексәһе лә, хирургия блогы ла, балалар корпусы ла бар. Тимәк, Стәрлетамаҡ бөтөн яҡлап йыһазландырылған заманса клиникалы буласаҡ".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: