Иглин районында булған ҡот осҡос фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек. Тимер юлда балаһын күтәргән атай поезд аҫтында ҡала. Ир кеше урында һәләк була, улы ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.
Әле асыҡланыуынса, ноябрҙә ике йәше тулырға тейеш булған сабый төндә дауаханала һәләк булған. “Башинформ” хәбәрселәре был фажиғәне күргән егет менән аралашҡан. 18 йәшлек Владислав беренселәрҙән булып сабый янына ашыҡҡан, уны үҙенең курткаһына төргән, электричкала "Иглин" станцияһына еткәнсе ҡулында тотоп барған.
"...Туҡталыштан 50 метр ҙа үтеп өлгөрмәнек, электричка ҡапыл туҡтаны. Бөтәһе лә сығып йүгерҙе. Кемдер, сепрәк кәрәк, тип ҡысҡырҙы. Мин шунда уҡ курткамды систем дә шул яҡҡа ашыҡтым. Ҡараһам, үле ир ята, арыраҡ рельстар өҫтөндә - малай..." – тип һөйләгән егет.
Аптечкаһы булған ҡатын малайҙың башын бәйләгән, Владислав баланы курткаһына төрөп, электричкаға кире ингән. Үле ирҙең кәүҙәһен юлдан ситкә сығарғандар.
"Иглингә килеп еткәс, баланы табиптарға тапшырҙым. Улар менән бергә дауаханаға барырға теләгәйнем, килеп сыҡманы. Сабыйҙың үлгәнен ишетеү ныҡ ауыр булды", – тигән Владислав.
Һуңғараҡ иһә был хәлгә бәйле ҡурҡыныс яңылыҡтар асыҡланды. Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, ир был аҙымға махсус рәүештә барған.
“Һәләк булған кеше - баланың атаһы. Ул ғаиләһенән айырым йәшәгән. 20 октябрҙә, улы менән бергә булам тип, баланы ҡатынынан алған. 22 октябрҙә эскән һәм телефон аша ҡатыны менән әрләшкән. Кис иһә “Иглин” станцияһы янында поезд көткән. Балаһын ҡулына алып, рельстар араһына баҫҡан, поезд килтереп бәргәнсе шулай торған. Машинист уларҙы күреү менән ашығыс рәүештә тормозға баҫҡан, сигнал биргән, тик фажиғәнән ҡасып булмаған”, – тинеләр Тәфтиш комитетында.