Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Октябрь 2020, 15:18
"Иртән тороуыма бер өйөр атым юҡ..."
Ейәнсура районында йәшәгән Һағынбай нимә тип әсенеп һөйләне?
Ырымбур өлкәһе менән сиктәш Ейәнсура районында йыл һайын көҙ аттарҙың күпләп юғалыуы ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Былтыр әллә күпме йылҡы өйөрөн ҡыуып алып киткәйнеләр. Быйыл да шундай уҡ күңелһеҙ хәл ҡабатланған.
"Һаҡмар" совхозының Үҙәк усадьбаһы ауылы халҡы шәхси хужалығы иҫәбенә донъя көтә. Һыйыр малдары, кәзә-һарыҡ, ҡош-ҡорттан тыш, ат уларҙың көнитмешендә хәл иткес әһәмиәткә эйә. Билдәле, атлы кеше берәүгә лә баш эйеп бармай, ҡышҡа мал аҙығы әҙерләүе лә еңелерәк. Бынан тыш, тайын һуғымға һимертә.
Әммә ошо көндәрҙә Һағынбай исемле ирҙең унлаған аты һыуға төшкәндәй юҡ булған. Урман-яланды ҡыҙырып эҙләгән, ауылдар буйлап йөрөп һорашҡан, әммә тапмаған. Яуған ҡар тиҙ генә иреп бөткәс, ҡараҡтарҙың эҙе юйылған.
"Иртән тороуыма бер өйөр атым юҡ. Һаҡларға тырыштым да, булманы... – тип әсенә ир. – Ауыл тирәләй "наводчиктар", йәғни аттарҙы күҙәтеп йөрөп, бурҙарҙың ҡулына тапшырыусылар бар, тиҙәр. Шундайҙар алдан һөйләшеп, ҡырын эшен башҡарғандыр, моғайын".
Һөйләүҙәренсә, был ауылға сиктәш Ҡыуандыҡ районы Ырымбур өлкәһенең “иң нәҙек биле” һанала икән. Ат ҡараҡтарына уның аша икһеҙ-сикһеҙ Ҡаҙағстан далаларына сығыу уңайлы ла, тиҙ ҙә.
Фото:
Twitter
Автор: Илдар Акьюлов
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Irt-n-torouima-ber-y-r-atim-yu-511794/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?