Даирә
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Октябрь 2020, 16:03

Баллы һыу нимәһе менән файҙалы?

Тәү сиратта баллы һыу иммунитетты нығыта, аш эшкәртеү системаһының эшмәкәрлеген көйләй, организмды таҙартыуға булышлыҡ итә. Уны иртәнсәк ас ҡарынға, йәғни ашар алдынан эсергә тәҡдим итәләр.

Шифалы эсемлекте төрлөсә әҙерләргә мөмкин. Иң ябайы – бүлмә температураһындағы бер стакан һыуға бер балғалаҡ бал һалып болғап эсеү. Һыуығыҙ шишмәнеке булһа, тағы ла яҡшыраҡ!
Тағы бер рецепт буйынса баллы һыуҙы шул уҡ миҡдарҙа (200 грамм һыуға бер балғалаҡ бал) кистән әҙерләп ҡуйырға кәңәш итәләр. Иртәнсәк эсер алдынан бер балғалаҡ алма һеркәһе йәки лимон һуты өҫтәргә кәрәк.
Белгестәр билдәләүенсә, баллы һыу составы буйынса ҡан плазмаһына яҡын, шуға күрә ул кешегә көс-дәрт өҫтәй, бик еңел үҙләштерелә. Яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкегеҙ, баллы һыуҙың ысынлап та файҙаһын күргегеҙ килһә, уны эсеүҙе даими, йәғни көндәлек ғәҙәткә әйләндерегеҙ.
Фото: fat-control.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас в