Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Октябрь 2020, 17:43

Һөнәренә тоғро ҡала

Шофер һөнәре – иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Был һөнәргә талап булмаған бер генә өлкә лә юҡтыр.Райондың коммуналь хужалығы водителе Раил Хәйретдинов – тәжрибәле водителдәрҙең береһе. Ул машина руле артында тормошоноң күп йылын уҙғара. Уның дөйөм стажы 42 йыл булһа, бында 12 йыл эшләй.

Ҡырмыҫҡалы ауылы егете Раил Лотфулла улы бәләкәй сағынан техника янында үҫә. Сөнки механизатор булған атаһы уға һәр саҡ тракторға идара итеүҙе ышанып тапшыра. Малай буйы етер-етмәҫ рулде борғоларға яратһа, 5-се кластан инде атаһын ял иттерәм тип уның өсөн эшкә лә йөрөй. Кукуруз, һыу ташығандары әле булһа хәтерҙә...
Бала сағынан ул саҡтағы күпселек малайҙар кеүек шофер булырға хыяллана. Шуға ла мәктәптә үк водитель һөнәрен ихлас күңелдән үҙләштереп, таныҡлыҡҡа эйә була. Ошо саҡта инде машиналарҙың серенә төшөнгән үҫмер алдында артабан ҡайҙа уҡырға барырға, тигән һорау тыумай ҙа. Ул башҡа эш тураһында уйламай ҙа - киләсәктә тик машина йөрөтәсәк!
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Фәниә Сәлимгәрәева.
Роза Тажетдинова фотоһы.
Читайте нас: