Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Октябрь 2020, 12:35

Әбйәлилдә шаҡ ҡатырғыс асыш булмаҡсы...

Әйбәлил районының Йәнгел ауылы янында быға тиклем билдәһеҙ булған тәбиғи ер аҫты туннеле табылған. Урындағы цемент заводы хеҙмәткәрҙәре карьерҙа шартлатыу эше барған саҡта ошондай асышҡа юлыҡҡан. Әлеге ваҡытта соҡорҙоң килеп сығышын өйрәнер өсөн карьерҙа эштәр туҡтатылған, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайты.

Күрше-тирәләге ауылдарҙа йәшәгән өлкән йәштәге кешеләр әйтеүенсә, был соҡор ер аҫты мәмерйәләр селтәренең бер осо ғына булыуы ихтимал. Халыҡта йәшәгән фараздарға ярашлы, туннелдең бер осо Йәнгелдән 20 саҡрым тирәһе алыҫлыҡта ятҡан Селивановка ауылындағы Сыңрау соҡорға барып тоташа.
Әлеге ваҡытта Сыңрау соҡорҙа тикшерен эштәре алып барыу мөмкин түгел, сөнки уҙған быуаттың 50-се йылдарынан һуң уны Селивановка ауылы халҡы мал ерләү урынына әйләндергән. Ололар иҫләүенсә, заманында был соҡорҙан һалҡын һауа өрөп торған, елле көндәрҙә көслө тауыш ишетелгән. «Сыңрау» тигән атамаһы ла шул үҙенсәлегенә бәйле.
Был мәмерйәләр системаһының тағы ике осо – Ҡырҡтытау буйында урынлашҡан Тал Ҡусҡары ауылы янындағы Бейеш батыр мәмерйәһе һәм Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районындағы Төйәләҫ йылғаһы ярындағы соҡор, тип фаразлана.
“Йәнгел ауылы янында табылған соҡорҙоң яҫылығы – ике ат һыймалы, тиҙәр. Ул соҡор ике яҡҡа китә, быны ауыл халҡы мәмерйәнең эсенә таш ташлап тикшереп ҡараған. Әлеге ваҡытта беҙҙең маҡсат – ошо асышҡа ғалим-спелеологтарҙың һәм журналистарҙың иғтибарын йәлеп итеү. Әгәр был соҡорҙар һәм мәмерйәләрҙең үҙ-ара бер туннель менән тоташыуы раҫланһа, Әбйәлил районында оҙонлоғо 100 километрҙан ашҡан донъялағы иң ҙур мәмерйәләр системаһы бар, тигән һүҙ”, – тип белдерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Әбйәлил районының үҫеше буйынса совет рәйесе Хәлил Рәхмәтуллин.
Фотолар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайты.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас: