Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Октябрь 2020, 17:09

Яңы совет булдырылды

Уның рәйесе - Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда Ҡала төҙөлөшө советы булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ул ҡала төҙөлөшө, архитектура һәм инвестиция өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү йүнәлешендә даими эшләгән коллегиаль орган буласаҡ. Документҡа ярашлы, совет тәҡдим ителгән ҡала төҙөлөшө ҡарарҙарын баһалаясаҡ, архитектура һәм ҡала төҙөлөшө үҫешен камиллаштырыу, тарихи, мәҙәни һәм архитектура ҡомартҡыларын һаҡлау буйынса тәҡдимдәр әҙерләйәсәк. Бынан тыш архитектура һәм ҡала төҙөлөшө тармағындағы алдынғы ҡаҙаныштарҙы ҡулланыу, төрлө йүнәлештәге объекттарҙы проектлау, төҙөү һәм эксплуатациялауҙа ресурс һәм энергия һаҡлаусы, шулай уҡ экологик яҡтан таҙа технологияларҙы файҙаланыуҙы тәьмин итеү ҙә уларҙың бурысы. Ҡала төҙөлөшө советы ултырыштары кәмендә кварталға бер тапҡыр үткәреләсәк. Совет рәйесе - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе яңы структураны булдырыу тураһында Хөкүмәттә 19 октябрҙә үткән оператив кәңәшмәлә әйткәйне. – Совет был өлкәлә республика һәм муниципаль властарҙың хеҙмәттәшлеген ойошторорға тейеш. Ҡала төҙөлөшө советы санкцияһы булмай тороп төҙөлөшкә бер ниндәй ҙә рөхсәт бирелмәйәсәк. Бындай тәжрибә башҡа ҙур төбәктәрҙә бар, – тине Радий Хәбиров. – Был башланғыс төҙөлөш компанияларының эшмәкәрлеген көйләү өсөн кәрәк. Әммә төҙөүселәргә хәүефләнергә урын юҡ. Киреһенсә, совет уларға ярҙам итәсәк һәм Башҡортостан биләмәһендә төҙөлөшкә бәйле хәлде яҡшыртыу өсөн эшләйәсәк. Фото: ufa-splav.ru Автор: Альфия Мингалиева https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Ya-i-sovet-buldirildi-510340/
Читайте нас: